Тоҡтар буш шешәләр, төрлө ҡаптар, иҫке полиэтилен тоҡсайҙар, башҡа ҡалдыҡтар менән тулып ҡына торҙо. Сүп-сар үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәүе яҡшы аңлашыла. Мәҙәниәтле, тәрбиәле кеше үҙе йәшәгән ерҙе бер ваҡытта ла бысратмай.
Был арала ир-егеттәр зыяратта ҡороп йығылған ағастарҙы таҙаланы. Әйткәндәй, ауыл зыяратын тәртипкә килтереү уҙған йылда уҡ башланғайны. Ауылдаштар ойоштороусыларҙың тәҡдимен дәррәү күтәреп алып, зыярат биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн тиҙ арала кәрәкле сумма аҡса йыйҙы. Әммә һуңғы ваҡыт зыяратта эш эшләнеп ботмәй туҡтап ҡалғайны.
Был юлы иһә ир-егеттәр ҡороған ағастарҙы зыяраттан сығарып, таҙартып ҡуйҙы. Бындай эштәр тик берҙәмлек менән генә башҡарыла.
Ауылыбыҙҙы йәмләндереп, таҙалыҡты һаҡлап сыҡҡан, ауылыбыҙҙың матурлығына, киләсәгенә битараф булмаған ауылдаштарға, бигерәк тә өмәне ойоштороусы депутат Вәлиев Илдус Вәлит улына рәхмәтлебеҙ! Эш уртаһында ҡайнаған ир-егеттәрҙе лә билдәләп үтмәйенсә булмай: Ямалов Салауат Баязит улы, Вәлиев Рушан Рауил улы, Ҡотоев Рәмил Хәлил улы. Сүп-сарҙы сығарыуҙа үҙ техникаһы менән ярҙам иткән Рәмил Хәлил улына айырыуса рәхмәтлебеҙ!