Брендтың ике производствоһы бар
- Мәскәүҙә һәм беҙҙә. Продукцияның
төп өлөшө Ишембайҙа етештерелә.
Бөгөн ZASPORT фабрикаһында
ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар
өсөн спорт кейемдәре тегәләр.
Заманса ҡорамалдар менән
йыһазландырылған фабрикала
бесеү, тегеү һәм сигеү цехтарында
йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр тәүлегенә
ике меңдән ашыу берәмек продукция етештерә, йылына - 550 меңдән
ашыу.
Фабриканың тыуған көнөндә республиканың спорт
министры Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Ғаилә,
хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Ишембай районы муниципаль районы
башлығы Азат Ишемғолов, биатлон буйынса Олимпия
уйындарының бронза призеры Максим Чудов, шулай уҡ
йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Иң тәүҙә сара ҡунаҡтары өсөн цехтар буйлап экскурсия ойошторолдо, нимәләр етештерелеүе хаҡында
һөйләнеләр. Фабрикала Олимпиада уйындарында
ҡатнашыусы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн махсус кейем тегәләр, тап ошо бренд костюмында Рәсәй
спортсылары һуңғы өс Олимпия уйындарында сығыш
яһаны. Шулай уҡ улар “Динамо” спорт йәмғиәте менән
дә хеҙмәттәшлек итә.
Экскурсияны “ZASPORT” компанияһы директоры,
шулай уҡ “Динамо” волейбол клубы генераль директоры Николай Ступаков үткәрҙе.
- Быйылғы йыл бик уңышлы булды - беҙ
Башҡортостандың Спорт министрлығы һәм Рәсәй
Олимпия комитеты заказы буйынса экипировка, “Динамо”, “Зенит”, “Ырымбур” волейбол клубтары өсөн
уйын формаһы, хоккейсы Александр Овечкин заказы буйынса кейем линейкаһы, TeamSport универсаль
спорт экипировкаһын әҙерләнек. Әлеге ваҡытта фабрикала “ZASPORT”тың ваҡлап һатыу магазиндары өсөн коллекция әҙерләү буйынса эш алып барыла. Ваҡлап һатыу селтәрен
киңәйтәбеҙ, шуға ярашлы, етештереүгә заказдар арта. Импортты алмаштырыу буйынса стратегик дәүләт бурысын үтәп, мөмкин
тиклем Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә продукция сығарыуҙы
тупларға тырышабыҙ. Был барыбыҙ өсөн дә ҙур байрам, алда бихисап ҡыҙыҡлы бурыстар һәм проекттар тора. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа
спорт яҡлы! - тине Николай Валерьевич.
- Беҙ Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ишембай районы халҡы менән эш алып барҙыҡ. Яңынан уҡып сығырға
теләгән кешеләрҙе эҙләп, ауылдар буйлап йөрөнөк. Фабрика эшләй
башлағанда халыҡтың 80 проценты мәшғүллек үҙәгенең ентекле
эше ярҙамында һайлап алынды, - тип һөйләне Ленара Иванова үҙ
сығышында.
Фабриканың проект ҡеүәте - йылына 562000 берәмек әҙер продукция, ә хеҙмәткәрҙәр һаны әлеге ваҡытта 200-ҙән ашыу кеше
тәшкил итә.
- Персонал һайлауҙа Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт
министрлығы булышлыҡ итә. “ZASPORT” тренерҙарыбыҙҙың һәм
спортсыларыбыҙҙың партнеры булды, - тине спорт министры Руслан Хәбибов. - Был Башҡортостандың спорт еңеүҙәре һәм иң яҡшы
спорт фабрикалары төбәге булыуы хаҡында һөйләй. Сифатлы продукция, әммә иң мөһиме, был Башҡортостанда етештерелгән продукция!
- Башҡортостан “Алға” махсус иҡтисади зонаһы асылыуы менән
йәлеп итте һәм беҙ тәүге резиденттарҙың береһе булдыҡ. Ҡыҙыҡлы
өҫтөнлөктәр бирелде. Беҙҙең өсөн инфраструктура менән тәьмин
ителеү, яҡшы логистик шарттар һәм республиканың ярҙамы мөһим
булды, - тине Николай Ступаков.
Фабриканың бер йыллығына донъя чемпионы, биатлон буйынса Олимпия уйындарының бронза призеры Максим Чудов та
килгәйне, бөгөнгө көндә ул – “Динамо” төбәк спорт йәмғиәте рәйесе
урынбаҫары.
- Бында беҙ материалдан алып финиш позицияһына тиклем тулы
цикллы яҡшы производствоны күрәбеҙ, ул магазин кәштәләренә
йәки спортсыға барып етә, - тине Чудов. - Компания спортсыларҙың
һәм клуб вәкилдәренең тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен аңлап
ҡабул итә. Спортсы булараҡ, был бик мөһим, тип иҫәпләйем.
Фабрикала эш хаҡы 25 меңдән 44 мең һумға тиклем тәшкил
итә, компания вәкилдәре әйтеүенсә, барыһы ла хеҙмәткәрҙәрҙең
башҡарған эш күләменә бәйле. “ZASPORT”тың алдағы пландарында
- Башҡортостандың профессиональ спорт клубтарын да кейендереү.
- Футбол, хоккей, баскетбол, волейбол спорт командаларын
да кейендерергә теләр инек, - тине Николай Ступаков. - Беҙҙең
ҡеүәттәр быға мөмкинлек бирә. Моделдәр һынап ҡаралған, беҙ баскетбол һәм быйыл футбол командалары менән эшләйбеҙ. Спорттың
теге йәки был төрөнөң үҙенсәлектәрен яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә,
уларҙы көтәбеҙ һәм тәҡдимдәре өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ. Николай
Валерьевич әйтеүенсә, фабрика асылған мәлдә тегенселәрҙе яҡынтирәләге ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан йыйып, спорт кейемдәрен
тегергә яңынан уҡытҡандар. Бөгөнгө көндә лә кадрҙарға ҡытлыҡ
бар.
- БР Спорт Һәм Хеҙмәт министрлыҡтары менән хеҙмәттәшлек
итеү һөҙөмтәһендә беҙҙең производство өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса программа эшләй, улар тегенсе һөнәренә уҡыта торған махсус
төркөмдәр, - ти Николай Валерьевич.
Сара барышында компания етәксеһенә спорт үҫешенә өлөш
индергәне өсөн Спорт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.