Йәмғиәт
24 Май 2024, 14:50

Башҡараһы эштәр күп әле

Быйыл республикала үтәсәкVI Бөтә донъя башҡорттарыҡоролтайына (съезына) әҙерлекдәррәү бара. Атап әйткәндә,Башҡортостандың бихисаптөбәктәрендә урындағы ҡоролтайбашҡарма комитеты ултырыштары үтә һәм делегаттар һайлана.

15 майҙа Ишембай ҡалаһында ла VI Бөтә
донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса ултырыш үтте. Унда
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Премьер-Министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов,
Башҡортостан Республикаһы етенсе саҡырылыш Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты, Башҡортостан
Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, фән,
йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин, Ишембай
районы муниципаль районы хакимиәте
башлығы Азат Ишемғолов, Бөтә донъя
башҡорттары ҡоролтайы президиумы
ағзаһы, территориялар эше буйынса комиссия кураторы Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов,
Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Ишембай районы ауыл
биләмәләре башлыҡтары, башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Сараны Ишембай районы башҡорттары
ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов асты һәм алып барҙы.
Махсус хәрби операция бөгөн көн
тәртибендә төп тема булып ҡала.
Тап хәҙер башҡорт халҡының даны
быуаттарға яҙыла бара. Ысынлап та, ошо
ауыр осорҙа башҡорт халҡының хәрби
рух, ышаныслылыҡ, эшкә тоғролоҡ, бербереңә ярҙам итеү, ныҡышмалылыҡ
һәм батырлыҡ кеүек иң яҡшы һыҙаттары
асылды.
- Бөгөнгө көндә һәр ҡайһыбыҙҙың төп
бурысы - яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың
ғаиләләренә ярҙам итеү. Форсаттан
файҙаланып, республика Башлығы
исеменән һеҙгә әүҙем гражданлыҡ
позицияғыҙ, республиканың, дөйөм
илдең ижтимағи-сәйәси сараларында
әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт
һүҙҙәрен еткерәм, - тине Азамат Фәрит
улы.
1990 йылдың октябрендә дәүләт суверенитеты тураһында Декларация
ҡабул ителде. 30 йылдан ашыу дәүер
эсендә республикабыҙ төрлө өлкәләрҙә
ҙур уңыштарға өлгәште. Һуңғы биш йыл
эсендә Башҡортостан үҫеш юлында күпкә
алға китте. 2021 йылдағы Бөтә Рәсәй
халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса,
Рәсәй Федерацияһында бер миллион биш
йөҙҙән ашыу башҡорт йәшәй (1 571 879).
Донъяла был һан - ике миллион самаһы.
Ишембай районында утыҙға яҡын милләт
вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Районда йәшәгән 83 меңдән ашыу кешенең 44
процентын башҡорттар тәшкил итә.
Үткән биш йыллыҡ Башҡортостан өсөн
йылдам иҡтисади һәм социаль үҫеш осоро булды. Әйткәндәй, өсөнсө йыл рәттән
республика сәнәғәт үҫеше һөҙөмтәләре
буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров
районға ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡарылған
эштәргә туҡталып китәйек:
- Рәсәй Федерацияһының “Мәғарифты
үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә 2023 йылда өс дөйөм белем биреү
учреждениеһына дөйөм суммаһы 163
миллион һум тәшкил иткән капиталь ремонт үткәрелде;
- республика көнөнә ҡарата Ишембайҙа
Үҙәк биләмә-ара моделле ЭтноСмарт яңы
быуын китапханаһы асылды;
- 2023 йылдың ноябрендә УрманБишҡаҙаҡ ауылында яңыртылған ауыл
мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы үтте, ул
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә
капиталь ремонтланды;
- 2022 йылда башҡорт нефтен асыуҙың
90 йыллығына ҡарата Башҡорт нефтен
тәүләп асыусылар майҙанын реконструкциялау эштәре башланды. 2023 йылда
реконструкцияның икенсе этабы башҡарылды.
2024 йылда эштәр тамамланды;
- А. Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял
паркы биләмәһендә бәләкәй ҡалаларҙа һәм
тарихи биләмәләрҙә
уңайлы ҡала мөхитен
булдырыу Бөтә Рәсәй
конкурсында еңгән
“Ишембай ҡалаһының
йөрәге - Үҙәк паркты
тергеҙеү” проекты саралары тормошҡа ашырылды. Быйыл эштәр шулай
уҡ тамамланасаҡ;
- 2016 йылдан район Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып
килә. 2023 йылда бөтә
20 ғариза ла конкурстың һайлап алыу
еңеүсеһе булды - райондың ун бер ауыл
биләмәһендә һәм ҡалала тәүге тапҡыр
туғыҙ проект буйынса төҙөкләндереү
эштәре уҙғарылды. Башҡорт ихаталары
һәм подъездарҙы ремонтлау программаларына ярашлы ла эштәр башҡарылды.
- Аграрийҙарыбыҙ айырым рәхмәт
һүҙҙәренә лайыҡ, - тине Азамат Абдрахманов. - Үткән йылда Ишембай районы
республиканың агросәнәғәт комплексында иң яҡшы муниципаль райондар иҫәбенә инде. Радий Фәрит улы
Хәбиров райондаштарға “Ауыл хужалығы
продукцияһын етештереүҙә юғары
күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн” дипломын тапшырҙы.
2023 йылда район предприятиелары
тарафынан иҡтисади эшмәкәрлектең
барлыҡ төрҙәре буйынса 27 миллиард 419
миллион һумлыҡ үҙҙәре етештергән тауар оҙатылды, был уҙған йыл кимәленән 23
процентҡа күберәк. Тауар оҙатыу күләме
буйынса беҙ республикала 14-се урынды
биләйбеҙ.
Иҡтисадтың двигателе булып, һис
шикһеҙ, инвестициялар тора. Яҡындағы
йылдарҙа инвестицияға һалыуҙарҙың
артыуын инвестиция проекттарын,
шул иҫәптән “Алға” махсус иҡтисади
зонаһында яңы производстволарҙы булдырыу иҫәбенә тормошҡа ашырыуҙа
күрәбеҙ. “Алға” майҙансыҡтарында инвестициялар күләме 11 миллиард һумдан ашыу тәшкил
иткән һәм 1500-ҙән ашыу
эш урыны булдырыуҙы
планлаштырған 11 резидент теркәлгән.
Һуңғы йылдарҙа туған
телде һәм үҙенсәлекле
мәҙәниәтте, үҙ милли тамырҙарын һаҡлау,
башҡорт халҡын туплау,
башҡорттарҙың социаль
һәм рухи-мәҙәни үҫеше
өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Әйтеп кителгән
эштәрҙе тормошҡа ашырыу
өсөн Ишембай районында
шарттар етерлек.
Шулай уҡ милли белем биреүҙе үҫтереү һәм
туған телдәрҙең баһаһын арттырыу өсөн ентекле эш алып барыла.
Ҡала мәктәптәрендә туған
башҡорт телен 2508 уҡыусы өйрәнә, был
һан Ишембай ҡалаһындағы башҡорт
уҡыусыларының 28 процентын тәшкил
итә. Районда 1298 бала башҡорт телен
уҡый – был уҡыусыларҙың 79 проценты.
- Ишембай районы хакимиәте район
башҡорттары ҡоролтайының яңыртылған
башҡарма комитеты менән тығыҙ
бәйләнештә эшләй. Беҙҙең алда бөгөн
мөһим мәсьәләләр тора. Иң мөһим һәм
яҡын маҡсаттарҙың береһе – ҡала һәм
район Советтарына депутаттар һәм Республика Башлығын һайлау. Яуаплы сараны беҙ лайыҡлы кимәлдә үткәрергә
тейеш, - тине Азамат Фәрит улы. - Бөйөк
Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу йылында муниципаль район хакимиәтенең
эшмәкәрлеге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам күрһәтеү һәм уларға тейешле иғтибар бүлеү буйынса пландарҙы
тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
Алда әйтеп үткәнемсә, махсус хәрби
операция бөгөн көн тәртибендә төп тема
булып ҡала. Фронтта үҙебеҙҙекеләргә
Башҡортостан кеүек ярҙам итә белгән
төбәк юҡ.
Милли мәғарифтың, мәҙәниәттең матди-техник базаһын артабан да нығытыу
ҙа мөһим бурыстарҙың береһе. Башҡорт
халҡының мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлап
алып ҡалыу өҫтөндә ныҡышмалыраҡ
эшләү мотлаҡ. Йәштәрҙе патриотик,
әхлаҡи һәм хеҙмәт яғынан тәрбиәләү,
айырыуса ауыл ерендә, уларҙың социаль
проблемаларын хәл итеү мәсьәләләре
тора. Үҫмер быуынды тәрбиәләгәндә
халыҡ педагогикаһы, ғаилә, хеҙмәт,
әхлаҡ һәм мәҙәни йолаларҙың ролен күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Урындағы киң мәғлүмәт сараларында
башҡорт теле, мәҙәниәте мәсьәләләрен
күберәк яҡтыртыу мөһим. Беҙ үҙебеҙҙе
уратып алған мөхит, күркәм тәбиғәтебеҙ
тураһында ысын хужаларса хәстәрлек
күрергә тейеш. Тыуған еребеҙҙе киләсәк
быуынға нисек бар шулай тапшырыу –
беҙҙең бурысыбыҙ.
Сара барышында башҡорт халҡының
мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә
һөйөү тәрбиләүгә ҙур өлөш индергән бер
төркөм ағзалар рәхмәт хаттары менән
бүләкләнде. Улар араһында Ишембай
ҡалаһының Үҙәк биләмә-ара модель
ЭтноСмарт яңы быуын китапханаһы
китапханасыһы Миңзилә Мырҙабаева,
Ишембай ҡалаһының Советтар Союзы
Геройы А.Ф.Рябов исемендәге 11-се урта
дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәймә
Тимерғәлина, Ишембай районы мәғариф
идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев,
Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар бар.
Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы
Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының VI съезының төп маҡсаты -
башҡорт милләтенең булмышы, үҫеш
перспективаһын күҙҙалау һәм анализлау, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү.
Шул маҡсатлы Бөтә Донъя башҡорттары
Ҡоролтайының халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының VI съезына комиссия
төҙөлдө һәм тауыш биреп, делегаттар
һайланды.
Көн аҙағында Азамат Фәрит улы Ишембай районы биләмәһендә социаль объекттар төҙөүгә ҡағылышлы йөкләмәләрҙең
үтәлешен тикшерҙе. Подрядсылар менән
осрашты, сроктарҙы сағыштырҙы, проблемалы зоналар буйынса хәл итеү юлдарын билдәләне.
Шулай уҡ был көндө ул граждандарҙы
ҡабул итте, район халҡын ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙар ҙа контролгә
алынды.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас