Йәмғиәт
19 Май 2024, 12:00

ҺУҢЛАҒАН ҠОТЛАУ

Ни ғәжәптәндер инде: әллә тормоштоң аяуһыҙлығымы, әллә ҡарт организмдың бирешеүеме — көндәр ныҡлап йылыға тартҡан мәлдә утын-һыуын кискән ирҙәр, сират алғандай, бер-бер артлы гүр эйәһе була. Кисә һин дә мин һөйләшеп торған әңгәмәсеңдең бөгөн юҡлығына һис тә ышанаһы килмәй.

Таңсулпандың атаһы Хөрмәт Һибәт улы Муса Ғәлиевичты һуңғы юлға оҙатып, ғүмергә йөрәк тип зарланмаған дуҫының ҡапыл ғына инфаркттан урам уртаһында тәгәрәп китеүенә һаман ышана алманы. Күңел болоҡһоуын баҫырғамы, әллә бынан өс йыл элек әбейе гүр эйәһе булғас, һаман да етемһерәп торған фатирына ҡайтып, яңғыҙ ҡалғыһы килмәнеме — аяҡтары уны ҡыҙҙарына алып килде. Гриптан һуң шаҡтай һурылып киткән атаһының тағы ла нығыраҡ көмөрәйеп киткән кәүҙәһенә күҙ һалыу менән Таңсулпан эстән аһ итте, үҙенең эш, балалар тип, атаһын иғтибарһыҙ ҡалдырыуына уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Йәлләүен һиҙҙермәҫкә тырышып, һуҡранырға тотондо ул:
— Үҙ хәлеңде лә аңламай, тертәңләп йөрөмәһәң урам буйлап, исемең юғалыр ине.
— Һуң, ҡыҙым...
— Һинең ҡыҙың икәнемде бөтәһе лә белә. Өлкән балаң булып һөйләнеп торам да инде, — тип Таңсулпан уға һүҙен тамамларға ла ирек бирмәне. Сәй табыны әҙерләгән арала, ярҙам кәрәк булһа, телефондан шылтыратып, саҡырып алырына хәтлем әйтте.
Ҡатын-ҡыҙҙың әйтерен әйтеп бөтмәйенсә туҡтамаҫын яҡшы белгән атаһы, нуры ҡайта башлаған зәңгәр күҙҙәрен төбәп, өҫтәл артында тыныс ултырыуҙы хуп күрҙе. Грипты ауыр үткәргәс, уның ҡайтанан аяҡтан йығылырына шикләнгән Таңсулпанының хафаланыуын да яҡшы аңлай ине. Шуға ла ул тик ҡыҙы камил һүҙҙән туҡтағас ҡына телгә килде:
— Муса Ғәлиевичты ерләшеп ҡайтып барыуым, ҡыҙым.
Уның был хәбәре Таңсулпанға аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте, хатта, өҫтәлгә ҡуйырға йыйынған сынаяғы ҡулынан төшөп китте, ҡапыл-ғара бер ни әйтә алманы. Бер аҙ тынысланғас ҡына һүҙгә килде:
— Бәй-й, кисә генә үҙе һинең хәлеңде белешәм тип инеп сыҡҡайны.
— Донъя тигәнең шулай инде, ҡыҙым. Кисә — ул, бөгөн — икенсе. Үлем һорап килмәй. Тик шуныһы йәлке — 9 майҙы еткермәне. Бик тә көткәйне. Һәй-й, беҙ, фронтовиктар ғына түгел, башҡалар ҙа көтә инде ул көндө.
Атаһының тыныс, тик ғәҙәттәгенән ҡарлығыңҡырап сыҡҡан тауышы Таңсулпандың хәтер төпкөлөнән бер ваҡиғаны соҡоп сығарҙы. Һәм шунда уҡ Бөйөк Еңеү байрамы уңайы менән ҡотлауҙарҙан мәхрүм ҡалмаһын ине атайым, тигән уй уның зиһенен телеп үтте. Ә бит ундай хәл булғайны.Ул саҡта, бынан тиҫтә ярым йыл элек, ата-әсәһе, башҡалар рәтендә донъя көтөп, ауылда йәшәй ине әле. Ҡайны-ҡәйнәһен бик хөрмәт иткән ире, елкәһендә яуаплы эше булыуға ҡарамаҫтан форсат табып, өйҙәгеләрҙең барыһын да шунда алып киткәйне. Тауҙан төшөү менән мәктәп артындағы ярайһы уҡ иркен майҙанда күмәк кеше йыйынын күрҙеләр.
— Ҡайным да шундалыр инде, — тигәйне Еңеү байрамын ҡайныһының, ныҡ көтөп алып, ҙур дәрт, илһам менән үткәргәнен белгән ире. Тик атаһын халыҡ араһында шәйләмәнеләр. Уны, ҡулдарын артҡа ҡуйып, һалмаҡ ҡына атлап, бер яңғыҙы өйгә етеп барғанында ғына ҡыуып еттеләр. Балалар менән бергә машинанан сырылдашып төшөп, байрам менән ҡотлап, уратып алғайнылар үҙен.
— Байрамдан бер ҙә йәм тапмай ҡайтып килә инем, алай ҙа һеҙ килдегеҙ, — тине ул шатлығы эсенә һыймай.
Өйҙә байрам табыны ултыртылды. Бөтәһе лә шат. Тик Таңсулпан атаһының күҙҙәрендә йәшерен әрнеү сағылғанын аңғарҙы. Нилектән икән ул, тигән һорауға ҡапыл ғына яуап та таба алманы. Үҙҙәре алып килгән бүләкте тапшырғас, бигерәк ҡыуанғайны атаһы. Күлдәкте әйләндергеләп ҡараны, хатта сабый һымаҡ түҙмәйенсә, кейеп күрһәткән кеше булды. Уныһына ла ғәжәпләнде Таңсулпан. Бүләк тип, иҫе китеп бармай ине. Бер аҙ ултырғас ҡына сер сиселде. Баҡтиһәң, бөтә ветерандарҙы ла ҡотлағандар, бөтәһенә лә бүләк биргәндәр, ә атаһын — ҡарт уҡытыусыны онотҡандар.
...Үпкәләргә хаҡы бар ине атаһының. Һуғыш башланырҙан бер көн элек ҡулына уҡытыусы дипломы алған Хөрмәт курсташы Муса менән һуғыштың тәүге көнөнән үк ғариза тотоп, һуғышҡа китергә, дошманды ҡыйратырға әҙерлектәрен белдереп, военкоматтың тупһаһын тапай башлаған ине. Уларҙы әҙерәк сабыр итергә, балаларға белем бирә торорға ҡуштылар. Кем белә, бәлки һуғыш оҙаҡҡа ла бармаҫ, Совет Армияһы көслө, йәһәт ҡыйратырҙар илбаҫарҙарҙы тигән өмөт сатҡыһы ла бар ине халыҡта. Һуғыш дәһшәтле булып сыҡты. Ҡышҡы каникул осоронда Хөрмәтте лә, Мусаны ла уҡытып йөрөгән ауылдарындағы уҡыусылары менән хушлашырға ла форсат бирмәй, изге яуға оҙаттылар.
Йәш артиллерист — яугир Хөрмәткә лә, танкист Мусаға ла яу юлдары ниҙәр генә күрһәтмәне. Тән яраһын да, йән йәрәхәтен дә һанайһы ла, әйтәһе лә түгел.
Дошманды өңөнә алып барып еткереп дөмөктөргәс, Хөрмәт тә, Муса ла яу батырҙары булып, орден-миҙалдар тағып, еңеүселәр булып ҡайтып төшкәйнеләр Тыуған илгә. Уҡытыусыларҙы иң алдан демобилизацияланылар, сөнки көҙҙән балаларға белем бирә башларға мөғәллимдәр етешмәй ине.
Хөрмәт Һибәт улы бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Халыҡтан айырылмаған, улар араһында ҡайнап эшләп йөрөгән ошо ветеранды Еңеү көнөндә, һуғыш яугирҙарының иң тантаналы, иҫтәлекле байрамында, башҡа тиҫтерҙәре араһында мәхрүм итеп, ҡотлауһыҙ-тәбрикләүһеҙ ҡалдырғандар ине.
Бигерәк тә Таңсулпан үҙенә урын тапманы. Әллә ҡайҙарға яҙғандай, әллә кемдәргә ошаҡлағандай булып, йөрәгендә асыу урғылды. Һиҙгер уҡытыусы йөрәкле атаһы уны әҙәпле генә тыйҙы.
— Кәрәкмәй. Бүләкте һорап алмайҙар. Күрәһең, тейешле һанамағандарҙыр...
Таңсулпан ғаиләһе менән бик күңелһеҙ ҡайтып киткәйне шул саҡта. Бигерәк әрнеүле ҡалды аталары. Шуға ла борсолоп, үҙҙәренә лә урын тапмай, бер аҙнанан һуң тағы ла ауылға барып төштөләр.
Ҡапҡаны аталары үҙе йүгереп сығып асты. Кейәүе менән ҡыҙын ҡайҙа ултыртып, нисек һыйларға белмәне. Әсәһе лә бик шат ине.
Ә теге күңелһеҙ, бөтәһен дә борсоған ваҡиға иртәгәһенә асыҡланған. Атаһына тигән бүләк РОНО-нан тәғәйенләгән көнгә килеп етмәгән булған. Ә «иғтибарлы» коллегаһы мәктәптән булған берҙән-бер ветеранды, исмаһам, асығыраҡ итеп әйтеп, дөйөм рәүештә булһа ла ҡотлап китергә кәрәк тапмаған. Аҙаҡтан ғәфү үтенә-үтенә ҡотлағандар ҙа... тик ни әйтәһең инде ундай һуңлаған тәбрикләүгә.
Таңсулпандың әле килеп күңелһеҙ уйҙарға сумып китеүе шунан. Еңеүҙең 50 йыллығын да матур ғына итеп үткәреп, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған ветерандарҙың, ирҙәрен һуғышта юғалтҡандарҙың, бына әлеге шикелле инде оло байрамға еттек тигәндә, һуғыш яланындағы яралы яугир шикелле тәгәрәп киткәндәрҙең — барыһының да күңелдәрен ваҡытында күрә алһаҡ ине лә һуң...
1995 йыл.

Автор:Зөһрә Усманова
Читайте нас