Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май , 16:00

Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!

Башҡорт милли биҙәүестәре – тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Башҡорт кейеме, биҙәүестәре халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйле ҡулайлаштырып, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше. Ошондай иҫ китмәле милли биҙәүестәрҙе Ҡарайған социаль-мәҙәни үҙәгендә “Гөлнәзирә” фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары эшләй.

Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!
Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!

Гөлбикә Сәфәрғолова етәкселегендәге фольклор коллективы 2018 йылдан алып эшләп килә. Коллективҡа ауылда йәшәгән апай-инәйҙәр дәррәү йөрөй. Ижади төркөм бер саранан да ситтә ҡалмай, “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!”, “Килен төшөрөү”, “Шәжәрә” байрамдары, “Һабантуй”ҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Тора-бара улар милли биҙәүестәр ҙә әҙерләй башлай. Ҡул осонда нимә бар, барыһы ла шуларҙан эшләнә. Түшелдеректәр ҙә ярайһы уҡ матур ғына килеп сыға. Түңәрәккә йәйгеһен унға яҡын кеше йөрөһә, әле һигеҙ гүзәл зат тиҙәр.

- Ҡарайған халҡы бик талантлы – хисле лә, моңло ла, шиғри күңелле лә. Милли биҙәүестәребеҙ менән күргәҙмәләргә йөрөй башлағас, беҙгә уларҙы дөрөҫөрәк эшләнмәгән тинеләр, шуға ла оҫталар менән аралашып барыһына ла өйрәндек. Сәлих ауылына барып оҫталыҡ дәресе лә үттек. Зилә Ҡотошева, Нурия Ғөбәйҙуллина, Ишбикә Жданова, Луиза Ҡотошева үҙҙәре интернеттан ҡарап ҡашмау-түшелдеректәр эшләй башланы. Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге – беҙҙең ҡулда. Беҙ стилләштерелегән биҙәүестәр әҙерләйбеҙ, уларҙы балалар ҙа, йәштәр ҙә бик теләп таға. Шул рәүешле мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләнә, - тип үҙ фекерен еткерҙе Гөлбикә Әхмәҙи ҡыҙы.

Биҙәүестәрҙе эшләү өсөн ваҡыт та, материалдар ҙа күп талап ителә. Түңәрәккә йөрөгән апайҙар биҙәүестәргә тауарҙарҙы, мәрйендәрҙе, тәңкәләрҙе Өфөнән барып ала. Бер түшелдеректе әҙерләүгә ике аҙна тирәһе ваҡыт китә, ти оҫталар.

- Милли кейем һәм биҙәүестәр мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй. Ошоно күҙ уңында тотоп “Торатау” музейында һаҡланған түшелдереккә ҡарап, Юрматы ырыуының милли биҙәүесен тектем. Материалды Өфөнән алдыҡ, ирем тәңкәләрҙе сүкеп, тишеп бирҙе. Тәбиғи таштарҙы, мәрйендәрҙе тегеп ҡуйҙым, - ти биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Нурия Ғөбәйҙуллина. Әйткәндәй, Нурия апай ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә лә милли кейемдәрҙе үҙе теккән.

- “Гөлнәзирә” төркөмөнә йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙ Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында ла әүҙем ҡатнаша, тәмлекәстәр бешереп, клубта өҫтәл табыны әҙерләйбеҙ. Милли биҙәүестәрҙе үҙәктә генә түгел, ваҡытыбыҙ булғанда өйҙә лә, йәки кистәрен эшләп ҡуябыҙ. Әле арты асмалы ҡашмауҙар эшләргә булдыҡ. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла бик дәртле, репетицияларға бик теләп йөрөйҙәр, - ти Зилә Ҡотошева.

Нурия апай Бикбаева шиғырҙар яҙа. Оҙаҡ йылдар Ҡарайған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп, әле хаҡла ялда булыуға ҡарамаҫтан, дәртләнеп түңәрәккә йөрөй. Ниндәй генә байрам булһа ла, ул “һә” тигәнсе шиғыр шәлкемдәрен тыуҙырып та ҡуя.

- Тиҙҙән шиғырҙарҙан торған тәүге китабым донъя күрергә тора. Яҙын Ишембайҙа үткән “Өләсәйем һандығы” конкурсына 15 куплет шиғыр әҙерләп, уны яттан һөйләнем. Унда икенсе урын яуланыҡ. Шиғырҙарым район, республика гәзиттәре биттендә баҫылып тора. Артабан да ижады ҡеүәтемде арттырырға ине, - ти Нурия апай.

“Торатау” гәзитенең тоғро дуҫы Ишбикә Жданова ла түңәрәктең әүҙем ағзаһы.

- Ғөмүмән, ҡашмау, түшелдерек эшләү күңел талабы ғына түгел, уларҙы кейеү һаулыҡ өсөн дә ыңғай тәҫьир итә. Һуңғы ваҡытта рухи мираҫыбыҙ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәренә иғтибар артты. Шуға ла беҙ ҡыҙҙар менән милли тарихыбыҙҙың бер өлөшөн һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ, тип уйлайым, - ти Ишбикә апай.

Рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибар артҡандан-арта бара, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һаҡлана, йәштәргә өйрәтеүселәр булғанда ул киләсәк быуынға ла тапшырыла.

 


Автор фотолары.

Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!
Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!
Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!
Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!
Биҙәүестәрҙә - халҡым тарихы, биҙәүестәрҙә - халҡым яҙмышы!
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: