Заманына яраҡлы электрокөтөүсе сым менән уратып алынған яланда йөрөйәсәктәр. Электрокөтөүсене ауылыбыҙҙың мал тотоусылары алдан уҡ урынлаштырып ҡуйғайны.
Тәүге көн күңелле итеп ир-егеттәрҙәң берҙәм булып мал ҡыуыуҙары, ҡапҡа төптәренән ҡарап ҡалған мал хужабикәләре менән башланып китте.
"Имен-һау булһын мал-тыуарҙарыбыҙ," - һәр ауыл кешеһенең иң изге теләктәре был һүҙҙәр. Яҡшы, имен йәйҙәр килһен!