Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май , 17:00

Утлы йылдар

Гөльямалдың кәйефе күтәренке бөгөн, ураҡтан көйләй-көйләй ҡайтып керҙе ул. Яҡшы кәйефтең сәбәбе – Торатау буйына уйынға барыу шатлығы ине.

Иген урыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр ял итергә туғай ситенә, күләгәгә һыйындылар. Гөльямал әхирәте Зәлифә менән, эргәлә генә ағып ятҡан инешкә төшөп, бит сайҡап, һалҡын шишмә һыуын эсеп һыуһындарын баҫтылар.

-Их, ниндәй рәхәт күләгәлә! – тип ҡыҙҙар үләнгә тәгәрәнеләр.

Шул ваҡыт ағастар араһынан шаптыр-шоптор Ғаяз килеп сыҡты:

-Ҡыҙҙар, бына һеҙ ҡайҙа ҡасып ҡына ял итәһегеҙ икән! Әйҙәгеҙ, эшкә тотонайыҡ! Кискә Торатау
буйына уйынға сығабыҙ. Һеҙ бараһығыҙмы? – тине.

Ҡыҙҙар көтөлмәгән саҡырыуҙан ҡаушап ҡалдылар.

- Ә, ярай аңлашылды, әтеү барабыҙ инде, – тине Ғаяз йылмайып. -Ауыл осонда йыйылабыҙ, һуңламаҫһығыҙ, яраймы!– тип өҫтәп ҡуйҙы. Ҡыҙҙар эстән генә шатланыштылар. Ата-әсәһенең рөхсәте кәрәклеген уйлап, моңһоуланып ҡуйҙы Гөльямал. Атаһы ебәрмәҫ тип икеләнде.

Гөльямалдарҙың өйҙәре, бер оҙон урамдың уртаһында урынлашҡан, ситән менән кәртәләп алынған, ап- аҡ итеп ағартылған.

Тилбер генә аҙымдар менән Гөльямал ҡайтып та етте. Әсәһе киндер тоҡҡа һалып, ситәнгә ҡорот һарҡытырға элеп йөрөй ине. Ул Гөльямалдың йөҙөнә сыҡҡан шатлыҡты һиҙмәй ҡалманы:

-Ҡайттығыҙмы, ҡыҙым ?– тип һораны.

-Ҡайттыҡ, әсәй. Иртәгә был яланды урып бөтөрөп, икенсе яланды ура башлайбыҙ, – тине Гөльямал, еҙ ҡомғанда ҡояшта йылынып ултырған һыу менән ҡулын йыуа-йыуа.

-Ниндәй яҡшы хәбәрҙәр бар, ҡыҙым? – тине әсәһе, яҡшы кәйефтең сәбәбен белергә теләп.

-Әсәй, бөгөн йәштәр Торатау биленә уйынға баралар, атайым мине ебәрер микән? – тине.

-Ярай, атайың ҡайтһын да, һорашырмын, – тине әсәһе.

Көтөү ҡайтҡас, Гөльямал ситәндә эленеп торған ағас күнәкте алып, һыйыр һауа һалды. Шул арала атаһы, атҡа бесән тейәп, ҡайтып етте. Арыуы етһә лә, эшен йомғаҡлап өйрәнгән атаһы бесәнде аласыҡ башына киптерергә ырғытты. Атын туғарып, лапаҫҡа кертеп ебәрҙе.

Әсәһе таҫтамалын тотоп, ҡомғандан һыу ҡойоп, атаһының бит-ҡулын йыуҙырҙы. Галанка өҫтөндә бешеп кенә өлгөргән һимеҙ һарыҡ итен алдырға, икенсе тәрилкәгә, һурпала бешкән һалманы һоҫоп, өҫтәлгә ҡуйҙы. Күңелле генә итеп, әңгәмәләшеп киске аш ашанылар. Гөльямал силәктәрен, көйәнтәһен алып, шишмәгә һыуға китте. "Әсәй атайымдан рөхсәт һорай һалһа ғына ярай ине, йәштәр ауыл осона йыйыла ла башлағандар," – тип уйланы. Һыуҙан ҡайтҡас, йортта йөрөгән әсәһенән, ымлап ҡына:

-Рөхсәт бармы? – тип һораша һалды.

Әсәһе: -Бар, ҡыҙым, бар, – тип йылмайҙы.

Гөльямал аҡҡа борсаҡ төшкән күлдәген, матур ҡара туфлийын кейҙе. Оҙон сәсен икенән үреп төшөрөп ебәрҙе. Шул арала ҡабалан атлап, Зәлифә килеп етте:

-Әйҙә, Гөльямал, һуңламайыҡ! – тине. Ҡыҙҙар ауыл осона ашыҡтылар. Унда байтаҡ ҡына ҡыҙҙар, егеттәр йыйылғайнылар. Ҡайһылары тальян гармун, ҡайһыныһы скрипка, йә мандолина алғайны. Йәштәр өс ат арбаһына тейәлеп, гармунға ҡушылып йырлай-йырлай, Торатау яғына ыңғайланылар.

Торатау биленә барып етеп, асыҡ, тигеҙ урында урынлашҡан бейеү майҙансығына барып туҡтанылар. Күрше ауылдарҙан да йәштәр йыйылғандар, ҡыҙҙар бер, егеттәр икенсе ерҙәрәк йыйылышып әңгәмәләшәләр ине. Йәштәр таныштары менән иҫәнләшеп, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, бейеү башланып китте. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, гармунсылар бер-береһен алмаштырып, дәртле бейеү көйҙәре уйнанылар. Йәштәр туҙан борхотоп,
рәхәтләнеп бейенеләр. Парлы бейеүгә көй
башланғас, Ғаяз Гөльямалды бейергә саҡырҙы.
Ғаяздың ҡулдары Гөльямалдың биленән йомшаҡ,
наҙлы ғына итеп ҡосаҡлап алды. Бығаса егет күреп,
яҡындан аралашып өйрәнмәгән Гөльямалға берҙән
уңайһыҙ булһа ла, икенсенән ошо хәлдән йән-тәнендә
аңлатып бөткөһөҙ ниндәйҙер ләззәтле хис хасил
булды. Йәштәр күңелдәре булғансы бейеп, һөйләшеп,
яҡындан танышып, ҡайтырға сыҡтылар.

Киске эңер яйлап тау буйына күкһел шәлен
ташланы. Йәштәр, арбаларға тейәлешеп, ауылға
ҡарай ҡуҙғалдылар. Баҫыу ҡапҡаһын кергәндә, төн
шаршауын япҡайны инде. Ауылға ҡайтып кергәс,
йәштәр алдағы шәмбе тағы ла Торатау биленә уйынға
сығырға һөйләшеп, һәр береһе үҙ өйөнә табан
ыңғайланы. Ғаяз төшөп кенә килгән ҡараңғылыҡта,
Гөльямалды күҙ уңынан ысҡындырмый, шәп-шәп
итеп атлап, уның артынан эйәрҙе. Гөльямалды ҡыуып
етеп, ҡултыҡлап алды:
-Оҙатайым, Гөльямал?! – тине, һорау ҡатыш.
Улар әкрен генә һөйләшә-һөйләшә Гөльямалдарҙың
өйҙәренә табан ыңғайланылар. Ғаяз Гөльямалды
өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Гөльямалдарға килеп
еткәс ҡапҡалары төбөндәге эскәмйәгә килеп
ултырҙылар.
-Һалҡын төштө, Гөльямал, өшөрһөң, – тип
үҙенең өҫтөндәге бушлатын сисеп,
Гөльямалдың иңбашына һалды һәм ҡыҙҙы
үҙенәрәк тартып, биленән ҡосаҡлап алды. Шул
минутта Ғаяздың тәненән аңлатып бирә
алмаҫлыҡ, ҡайнар бер йылы тулҡын йүгерҙе. Ул
үҙе лә һиҙмәҫтән кинәт Гөльямалды ҡосаҡлап ,
үбеп алды. Ҡаушауынан Гөльямал ҡапыл
һикереп тороп китте:
- Таралышайыҡ, Ғаяз, һуң бит... Иртәгә
ураҡҡа.
Ике йәш йөрәк араһында шулай һөйөү уты
ҡабынды.
Матур ҡыш айында йәштәр никах уҡытып,
өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Ғаяздың әсәһе Мәҙинә, улы
менән килененә ҡарап һоҡланып бөтә алманы.
Тормош шулай матур дауам итте. Бер йылдан һуң,
ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, ир бала тыуҙы. Тиҙҙән ҡарҙар
иреп, һыуҙар ташты, йәмле яҙ килде. Бар донъя
йәмләнде: муйыл, сирень ағастары сәскә атты, тирә-
яҡ хуш еҫкә күмелде. Колхозсылар тырышып иген
сәстеләр. Ғаяз урман әҙерләп, өйлөк бүрәнә алып
ҡайтты. Бесән башланғансы, өмә итеп, өй күтәрергә
ине Ғаяздың иҫәбе.
Көндәрҙән бер көндө Ғаяз уҡтай атылып ҡайтып
керҙе лә:
Һуғыш башланған! Һуғыш! – тине ул ярһыған
тауыш менән.
Ҡобараһы осҡан әсәһе Мәҙинә:
-Кемдәр һуғыша тиһең, улым? Ниндәй
һуғыш? – тип һораны.
-Әсәй, Германия беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш
башлаған. Иртәгә ауылдың барлыҡ ир-
егеттәренә районға барырға ҡуштылар,– тине.
-Эй, мәлғүндәр! Эй, Аллаҡайым! Нимә етмәй
икән ул әҙәм аҡтыҡтарына? – тип әсә илап
ебәрҙе.
Иртәгәһен иртүк ауылдың барлыҡ ир-аттары
район үҙәгенә юлландылар. Гөльямал тәҙрәнән күҙен
алмай, Ғаяздың көтһә лә, ире ҡайтманы. Егеттәрҙе
фронтҡа туры алып киткәндәр тигән хәбәрҙәре генә
етте ауылға. Шулай барлыҡ эшкә яраҡлы ирҙәр, йәш
егеттәр һуғышҡа алынды.
Ураҡ ваҡыты етте. Эшләргә ирҙәр
булмағанлыҡтан, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡул араһына кергән
бөтә бала-саға эшкә сыҡты. Һуғыш яланынан төрлө
хәбәрҙәр ҡайтып торҙо: еңеүҙәр, еңелеүҙәр, ҡара
ҡағыҙҙар... Ауыл халҡы бар ауырлыҡҡа, ҡайғы-
хәсрәттәргә бирешмәй, үҙҙәре өсөн дә, фронт өсөн дә
ал-ял белмәй эшләне. Илдә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм
һөрҙө. Ауыл халҡы урман әҙерләп, Стәрле баҙарына
алып барып һатып та, көн күрҙе. Гөльямалдың атаһы
Яҡуп бабай ҙа шулай урман әҙерләп донъя көттө. Бер
көндө ағас тейәп ҡайтып килгәндә, аты өркөп алып
ҡасты, шулай итеп ул имгәнеп, үлеп ҡалды. Мәҙинә
ике көн иренең ҡайтҡанын көттө, өсөнсө көнөнә
иренең үле кәүҙәһен табып, алып ҡайтып күмделәр.
Гөльямалдың ҡәйнәһе үлеп китте. Ҡәйнәһе
булмағанға эшкә баланы үҙе менән йөрөттө. Әсәһенә
ҡалдырыр ине баланы, әсәһенең хәле хөрт булды, ул
атаһының үлемен бик ауыр кисерҙе.
Гөльямал һәр көн хат ташыусыны түҙемһеҙлек
менән көттө, әммә Ғаяздан хәбәр булманы. Өйҙә
бәрәңгенән башҡа ашар ризыҡ ҡалманы. Эш хаҡына
шырпы ҡабы менән генә үлсәп бирелгән арыш оно,
көндөкө-көнгә бөтөп торҙо. Яйлап моңһоу көндәр
көҙгә ауышты.
Бер көн Гөльямал, тиреп кенә йыйған бер тоҡ
ҡомалағын, баҙарға алып барып, һатып ҡайтырға
йыйынды. Улына арыш ононан өйрә бешереп ашатты.
Һике өҫтөнә урын әҙерләп, баланы йоҡлатып, юлға
сыҡты ул. Алда, атҡа нимәлер тейәп китеп барған
ылауҙы күреп: "Их, саҡ ҡына иртәрәк сыҡмағанмын
икән," – тип үкенеп ҡуйҙы. Арба юлы буйлап, тоғон
елкәһенә һалып, тиҙ-тиҙ генә атларға тырышты ул,
сөнки өйҙә йоҡлап ҡалған бәләкәсен уйлап, йәне
өҙгөләнде. Бара торғас, әллә арыуҙан, әллә
асығыуҙан быуынының хәле бөткәнен тойҙо
Гөльямал. Хәл алыу ниәте менән, юл ситенә генә
килеп сүгәләне...
Күҙен асҡанда ниндәйҙер ят урында икәнен аңлап,
йөрәге жыу итеп ҡалды Гөльямалдың. Өйҙә мөләйем,
оло ғына йәштәге бер ҡатын һәм ирҙе күреп, нимә
булғанын аңларға тырышты.
-Күҙеңде астыңмы, ҡыҙым? – тине ҡатын.
-Мин ҡайҙа? Улым, улым ҡайҙа? – тине
Гөльямал, кипкән ирендәрен саҡ ҡыбырҙатып.
-Ҡыҙым, һин Петровскийҙа, эргәңдә улың юҡ
ине, – тинеләр әбей менән бабай.
-Беҙ элекке көн, баҙарҙан ҡайтып
барғанда, һине юл ситендә һушһыҙ көйө табып,
арбаға һалып алып ҡайтып киттек, – тинеләр.
"Улым, улҡайым..." – тип һулҡылдап илап
ебәрҙе Гөльямал. Өй хужаларына хәлдәренең
нисек икәнен һөйләп бирҙе. Был миһырбанлы
кешеләр, Гөльямалды ауылына алып килделәр.
Гөльямал өйгә йәшен тиҙлегендә кереп китеп,
улының мендәр өҫтөндә тыныс ҡына йоҡлап
ятҡанын күрҙе. Яҡын килеп битенә ҡағылыуы
булды, тәне һыуынып ҡатҡан улының үле
икәнен аңлап, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Әбей
менән бабай Гөльямалға баланы ерләшеп, өгөт-
нәсихәттәр биреп, тынысландырырға тырышып,
ҡайтып киттеләр.
Күршеһе Санияла ла ошондай уҡ ауыр хәл ине.
Һуғыш башланып, биш ай үтеүгә ҡара ҡағыҙ алды, өс
бала менән тол ҡалды ул. Балаларын аслыҡтан
үлтермәҫ өсөн, Сания хәллерәк, оло кешеләргә эш
эшләшеп көн күрҙе.
Ауыл кешеләре, бар көстәрен туплап, иген урҙы,
орлоҡлоҡ ҡына иген алып ҡалып, бар игенде
фронтҡа оҙатып торҙолар. Шундай ауырлыҡтар аша
дүрт ҡыш үтеп тә китте. Миктәп, ҡайғы-хәсрәттәр,
юғалтыуҙар аша дүртенсе яҙға аяҡ баҫты ауыл халҡы.
Яңғыҙлыҡҡа күнеп, Ғаязының иҫәнлегенә өмөт өҙгән
Гөльямал, бирешмәҫкә тырышып, донъя көттө. Шулай
бер көн ыҡсым ғына өйөн йыйыштырып, һап-һары
итеп иҙәнендәрен ҡырып йыуып алды. Ауыл халҡы
иртәгә сәсеүгә сығырға әҙерләнә, шуға өйҙәге баҡса
эштәрен дә теүәлләп ҡуйҙы. Баҡсаһын ҡаҙып,
барынса бәрәңгеһен сәсте.
Гөльямал самауырын һикегә, ашъяулыҡ өҫтөнә
ултыртып, сәй эсергә әҙерләнде. Һуңлап ҡуймайым
тип, сәсеүгә ҡабаланды. Тәҙрәнән, күршеһе Санияның
ҡабаланып кереп килгәнен күреп, ҡурҡып китте.
"Нимә булды икән, эй Аллам?" – тигән уй утте
башынан.
- Һуғыш бөткән тип ишеттем, Гөльямал, ысын
микән? – тине Сания, өмөтлө күҙҙәрен төбәп. -
Ысынмы икән, Сания?! – тине Гөльямал, һорауға
һорау менән яуаплап. Ике күршенең күҙҙәрендә
шатлыҡ йәштәре ялтыраны.
Иҫән ҡалған яугирҙәр, еңеү яулап, ауылға ҡайта
башланылар.
Гөльямал шишмәнән һыу алып ҡайтып, күнәген
кәртәгә элде. Самауырын алып сығып, һалҡын шишмә
һыуынан сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Артта ҡапҡа
шығырҙап асылған тауыш ишетеп:
- Әйҙә, Сания, кер. Хәҙер самауыр ҡайнай,– тине
Гөльямал, боролмай ғына.
-Һаумы, Гөльямал! – тигән ир тауышына ялп итеп
боролһа, күҙ алдында ябығып, һурылып киткән,
таяҡҡа таянып баҫып торған ирҙә Ғаязды төҫмөрләне.
- Ғаяз, һинме ул?- тине ышаныр-ышанмаҫ ҡына.
Мин, Гөльямал, мин... Таныманыңмы? – тине Ғаяз.
Гөльямал ирен килеп ҡосаҡлап алды ла, һөйләнә-
һөйләнә һулҡылдап илап ебәрҙе.
-Тере, тере, Аллаға шөкөр! Өмөтөмдө өҙгәйнем...
– тине ул. Гөльямал һикегә ашъяулығын йәйҙе.
Суйында бешкән мундир бәрәңгеһен, иртән генә туң
майға бешереп алған сөсө йәймәһен бүлгеләп
сеүәтәгә һалды, сәй әҙерләне. Һағынышҡан ике йөрәк
баштарынан үткән, күргән- кисергән ауырлыҡтарын
һөйләшә-һөйләшә, сәй эстеләр. Ғаяз контузия алып,
аяғы ҡаты яраланып, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә ятҡан
икән. Гөльямал уға баланы һаҡлап ҡала алмауын
илай-илай һөйләне.
Ғаяздың аяғы тулыһынса төҙәлде. Ауылда ла
тормош яйға һалынды.Тырыш ғаилә алты мөйөшлө
итеп өй төҙөнө. Гөльямал иренә бер-бер артлы өс ир
бала, ике ҡыҙ бала тапты. Улар, йорт тултырып, мал
ишәйттеләр: һыйыр, һарыҡ аҫранылар. Был
ауырлыҡтарға сыныҡҡан бәхетле, татыу ғаилә,
баштарынан үткәнде, насар төш кеүек иҫтәренә
төшөрөп, һөйләп- һөйләп алыр булды. Ғәзиз
балаларына тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп,
ауырлыҡтар килеп тыуғанда кешеләргә миһырбанлы
,изгелекле булып йәшәргә кәрәклеген аңлаттылар.

 


31.01.2023.

Автор:Рүзәлиә Ниғмәтуллина (Дәминова)
Читайте нас: