Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май , 12:00

Илһөйәр яҡташыбыҙҙы юлға оҙаттыҡ

Бөгөн хәрби комиссариатта «Ксандр» ҡушаматлы яҡташыбыҙ контракт төҙөнө.

Илһөйәр яҡташыбыҙҙы юлға оҙаттыҡ
Илһөйәр яҡташыбыҙҙы юлға оҙаттыҡ

Буласаҡ ирекмән яугир тәүҙә Силәбе өлкәһе Сыбаркул ҡалаһында хәрби күнекмәләр үтәсәк.

Тыныс тормошта «Ксандр» «Едих Е. В.» крәҫтиән-фермер хужалығында мал ҡараусы булып эшләй. Уның етәксеһе Евгений Викторович хеҙмәткәренең МХО-ға барыу теләген хуплай һәм аҡсалата ярҙам күрһәтә.

- Минең күп таныштарым, дуҫтарым алғы һыҙатта. Улар ҙа минең ҡарарымды хупланы, төрлө кәңәштәр бирҙе. Шундай киҫкен ваҡиғалар осоронда нисек тыныс ҡалырға мөмкин? - ти Ксандр.

 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға килешеү төҙөү өсөн 8-34794-3-37-72 телефонына шылтыратырға кәрәк. Хеҙмәткә барыусыларға хәрби комиссариатҡа документтар тапшырыу, психолог менән әңгәмәләшеү, медицина тикшереүе үтеү талап ителә. Социаль льготалар һәм гарантиялар бар.

 

Автор фотоһы.

Илһөйәр яҡташыбыҙҙы юлға оҙаттыҡ
Илһөйәр яҡташыбыҙҙы юлға оҙаттыҡ
Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас: