6 майҙа, Көҙән ауылы халҡы, шулай уҡ бөгөн, 8 майҙа, Ғүмәр ауылы халҡы район хакимиәте, Башҡортостан республикаһы урман хужалығы Министрлығы вәкилдәре, Маҡар урмансылығы, йәштәр эштәре буйынса комитет, спорт буйынса комитет, ирекмәндәр һәм студенттар менән берлектә Ғүмәр тарлауығында урман тергеҙеү сараларын үткәрҙе. Сыбарат яланында 8 мең үҫенте ултыртылды.
Бер нисә йыл элек был территория геологик эштәр һөҙөмтәһендә зыян күрә. Ул саҡта бер нисә гектар урман ҡырҡыла. Урмандарҙы тергеҙеү буйынса башланғысты яҡын-тирәләге тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр тәҡдим итә.
Был территория Торатау геопаркының бер өлөшө булып тора һәм иң күп туристар йөрөгән урындарҙың береһенә ҡарай.
Был урындағы флора һәм фауна вәкилдәре Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Әйҙәгеҙ тәбиғәтте һаҡлайыҡ!
Автор фотолары һәм видеоһы.