Өмәгә ауылдаштар ғаиләләре, балалары менән бергәләп сыҡты. Ғаилә йылы уңайынан 500 төп ҡайын, 1000 төп ҡарағайҙан торған "Ғаилә аллеяһы" ултыртылды.
Ағастар гөрләп, тирә-яҡҡа йәшеллек, матурлыҡҡа күмелеп үҫеп китһендәр. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошовҡа һәм Илнур Сәфәрғоловҡа ағас менән тәьмин итеүҙәренә ҙур рәхмәт.