Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 18:00

Уңышығыҙ мул булһын

Ошо көндәрҙә районда тәүгеләрҙән булып “Г.Г.Лейтер” крәҫтиәнфермер хужалығы яҙғы сәсеү эшенә тотондо.

Уңышығыҙ мул булһын
Уңышығыҙ мул булһын

“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлеге начальнигы Илшат Әхмәтйәнов был хужалыҡта барған эштәр менән таныштырҙы.

Көҙән ауылы эргәһендәге баҫыуға барып төшкәндә Zoomlion RS1304 тракторында Рим Ғәлләметдинов эшләп йөрөй ине.

- Һеҙ килгәнсе 38 гектарлыҡ ерҙә үлән сәстем. Уның составына костер, клевер, люцерна һәм ҡандала үләне (донник) инә, - тип ҡаршы алды беҙҙе механизатор. – Мин “Г.Г. Лейтер” крәҫтиәнфермер хужалығында 12 йыл эшләйем. Ҡалаға китмәнем, миңә ер эше, ауыл тормошо оҡшай. Хужабыҙ Геннадий Лейтер ҙа беҙгә ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле.

Рим Ғәлләметдинов белдереүенсә, был баҫыуҙа эш тамамланғас, ул көнбағыш сәсеүгә күсәсәк. Шул уҡ ваҡытта Петровск ауылы эргәһендә комплекслы К-700 тракторы һоло сәсеүгә тотонғайны. Әйтергә кәрәк, был техника ярҙамында өс эш – ерҙе һөрөү, орлоҡ сәсеү, артынан күмеү эштәре бер юлы башҡарыла. Башҡа баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу эштәре тамамланғас, “Г.Г.Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡарабойҙай, көнбағыш, бойҙай, борсаҡ сәсеүгә тотонасаҡ.


Автор фотолары.

Уңышығыҙ мул булһын
Уңышығыҙ мул булһын
Уңышығыҙ мул булһын
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: