Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 09:00

Баҡсасыға – ярҙамға

Ер еләге өсөн урынды дөрөҫ һайлағыҙ. Был үҫемлек тура төшкән ҡояш нурҙарын ярата, ҡырҙа ла тау битләүҙәрендә генә шәп уңа. Тимәк, баҡсаның иң сағыу ҡояшлы урынын ер еләге өсөн бүлергә тура киләсәк.

Баҡсасыға – ярҙамға
Баҡсасыға – ярҙамға

 Еләкте бер осор ғына ашау ҡыҙыҡ түгел, йәй буйына етерлек итеп үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн бер баҡсала кәмендә биш төрлө сорт үҫтерәләр. Баҡсала еләк уңа икән, мыйыҡсаларын ҡулланыу ҙа етә. Мыйыҡсаларҙың беренсе һәм икенсе япраҡтарын алырға кәрәк, сөнки улар генетик яҡтан көслөрәк. Еләкте ултыртыр алдынан сирҙәрҙән арындырыу өсөн “Корневин” һәм “Превикур” иретмәләрендә тотоп алыу ярҙам итер. Үрсетмәләрҙе асыҡ тупраҡҡа ултыртҡан ваҡытта артыҡ япраҡтарын өҙөп ташлайҙар, Тамырын да ҡыҫҡартырға мөмкин, шулай уңайлыраҡ.

Еләк ултыртыу өсөн әҙерләнгән соҡор 18 сантиметрҙан һайыраҡ булмаһын. Аҙ ғына ағас көлө лә һибегеҙ. Үрсетмәне соҡорға тәҫләп ултыртырға һәм өҫтөнә дымлы тупраҡ менән баҫырға кәрәк. Тамырҙары бөтөп, япраҡтары башланған урынын, йәғни үҙәген айырыуса һаҡларға кәңәш итәбеҙ, сөнки ул үҫемлек өсөн иң мөһим өлөштәрҙең береһе.
Еләкте ултыртҡас, өҫтөнә торф йәки компост һалып, буташтырығыҙ. Бер-ике аҙна үткәс, төбөнә бесән йәки һалам һибеп сығалар. Был үҫемлекте төрлө сирҙән, бысраҡтан һаҡлай. Ер еләгенең тамырҙары әллә ни төпкә китмәй, шуға ла уға һыуҙы йыш-ҡыш ҡына һибеп торалар. Үҫемлектәрҙе яҡшылап үҫтереү һәм туҡландырыу өсөн натрий гуматын ҡулланалар. Ҡыш сыҡҡан еләккә ағас көлө бик файҙалы. Уны үҫемлектең төбөнә генә түгел, тирә-яғына ла һибергә онотмағыҙ. Бер квадрат метрға 300 грамм көл етә. Еләктең уңышы мул булһын тиһәгеҙ, мыйыҡ ебәргәндә уларҙы ваҡытында ҡырҡып торорға кәрәк.

 

Сығанаҡ: ye102.ru

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас: