Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ошо көндәрҙә Этҡол ауыл мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү уңайынан ит быҡтырыу ойошторолдо.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Бының өсөн бер баш йылҡы итен КФХ Хафизова бағымсыланы. Бер ботон Аҙнай уңғандары эшкәртһә, ҡалғанын Этҡол ҡыҙҙары быҡтырып, банкаларға ябып, посылка итеп ебәрергә әҙерләп тә ҡуйҙы.
 
Ошо эштә ҡатнашҡан бағымсыға, һуйыусыларға, бер йылҡыны турап биреүсегә, банка килтереүселәргә, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә һәм, әлбиттә, ваҡыттарын йәлләмәй килгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур рәхмәт!
 
 
Фото: https://vk.com/club215862316
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас: