Йәмғиәт
19 Апрель 2024, 14:50

Киләсәк быуынға кәрәк

Ишембайҙа тиҙҙән махсус хәрби операция музейы асыласаҡ – контракт хеҙмәтеяугиры, төбәк ветерандар советы рәйесеСергей Пономарев Бахмуттан экспонаттар алып ҡайтты.

Был эштә уға муниципаль район хакимиәте
ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ экспонаттарҙы
йыйыуҙа әле махсус хәрби операция зонаһында
хеҙмәт иткән “Дикий” һәм “Рэкс” ҡушаматлы
яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.
- Улар был экспонаттарҙы ғүмерҙәрен хәүеф
аҫтына ҡуйып йыйҙы, - тип уртаҡлашты Сергей Владимирович. – Бөтә әйберҙәр ҙә Бахмут ҡалаһынан (русса исеме Артемовск)
алып ҡайтылды. Экспонаттар араһында гильза ла бар, ул муниципаль район хакимиәтенә
тапшырыласаҡ. Киләһе йыл уны яртылаш
бетонға ултыртып, эсенә йәш быуынға яҙылған
хат һалынасаҡ. Уны 50 йыл үткәс кенә асып
уҡыясаҡтар.
- Миңә контракт хеҙмәте яугирҙары Аркадий Дейс һәм Сергей Пономарев музей проекты менән ярҙам итеүҙе һорап
мөрәжәғәт итте, - ти тарих-тыуған яҡты
өйрәнеү музейы директоры Андрей Шилин. – Уларға мин үҙ проектымды тәҡдим
иттем. Буласаҡ музейҙа электр үткәрҙек,
стеналарын ағарттыҡ.
Музей экспонаттары араһында иң иҫтә
ҡалғаны – Украина хәрби-һауа көстәре
полковнигының формаһы һәм “Бахмут”
тип яҙылған стеланың хәрефтәре. Шулай
уҡ украин телендә тарихты боҙоп яҙылған
дәреслектәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Киләсәк быуын өсөн музейҙың әһәмиәте
ҙур булыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Асия Муратова
Читайте нас