Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү сиктәрендә төбәктә йәмәғәт киңлектәрен һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә, йорттарҙы комплекслы ремонтлауға ҙур
иғтибар бүленә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда республикала 683 ҙур майҙансыҡ тәртипкә килтерелде, 4,3 мең ҡыйыҡ, 8,2 мең подъезд ремонтланды, 3,8 мең лифт алмаштырылды.
- “Башҡорт ихаталары” республика программаһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ тәүге көндәрҙән үк өлгөлө майҙансыҡтар эшләй башламаныҡ, әммә хәҙер был йәһәттән тәртип урынлаштырҙыҡ.
Төбәк етәксеһе республикала программаны тормошҡа ашырыу дауам ителәсәген әйтте. Бының өсөн бюджетта тейешле финанслау ҡаралған.
- Бөтәһе 1 326 ихатаны төҙөкләндерҙек. Хәҙер программаны яҡынса 15 муниципалитетта әүҙем тормошҡа ашырабыҙ, ә киләһе йылдан уны бөтә республика биләмәһендә киңәйтәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Сара аҙағында йыл да уҙғарылып килгән “Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда ҡалабыҙҙың Машина эшләүселәр урамындағы 31-се йорто “Ҡала биләмәһенең иң яҡшы йорт алды территорияһы” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Ҡалабыҙҙың 5-се торлаҡкоммуналь хужалығы 750 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Отош суммаһын халыҡ йортто һәм ихатаны төҙөкләндереү өсөн файҙалана ала. Эш төрҙәрен улар үҙҙәре билдәләйәсәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.