- Азат Альберт улы, урындағы үҙидара органдары ни өсөн кәрәк?
- Урындағы идара органдары булараҡ беҙҙең төп
бурыс - ул үҙебеҙ йәшәгән һәм эшләгән биләмәне
үҫтереүҙе тәьмин итеү. Шулай уҡ халыҡтың йәшәү
кимәле сифатын яҡшыртыу, муниципаль бюджет
менән идара итеү һәм урындағы бюджет средстволарын финанслауҙы бүлеү һорауҙарын хәл итәбеҙ.
Урындағы идара функцияларын тормошҡа ашырыу
өсөн кәрәк булған барлыҡ ҡарарҙар депутаттар Советы аша үтә, уларҙы нәҡ халыҡ һайлай. Һәр айырым
гражданин йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү,
төҙөлөш, мәғариф мәсьәләләрен үҙаллы хәл итә алмай.
Быларҙың барыһы ла - урындағы үҙидара вәкәләттәре.
- Ни өсөн урындағы үҙидара органдары шулай
тип атала? Тимәк, кешеләр үҙҙәре идара итәме?
- Халыҡ үҙҙәре йәшәгән территория менән идара
итә, әммә үҙаллы түгел, ә үҙҙәре һайлаған вәкилдәр
- Совет депутаттары аша. Күҙ алдына килтерегеҙ,
һәр ишембайлы, ә беҙҙә улар 85 мең, процесс менән
үҙҙәре идара итә башлай. Бынан нимә килеп сығыр?
Шуға күрә депутаттарҙы бер нисә кандидат араһынан
иң лайыҡлыһын һайлайҙар, ә улар үҙ сиратында - муниципалитет етәксеһен һайлай.
- Урындағы үҙидара органдарының функцияларын билдәләп китегеҙ әле.
- Беренсенән, территорияны төҙөкләндереү. Ул
урамдарҙы, дөйөм ҡулланылыштағы биләмәләрҙе -
парктар, скверҙар, аллеялар һәм башҡаларҙы тәртипкә
килтереүҙе үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ беҙҙең вәкәләттәргә мәғариф, мәҙәниәт,
физкультура, спорт һәм башҡалар инә. Ә урындағы
власть халыҡ һәм ойошмалар, институттар араһында
бәйләүсе звено булараҡ сығыш яһай. Мәҫәлән, идара итеүсе компаниялар. Торлаҡ милекселәре, яллаусы булараҡ, идара итеүсе компанияны үҙгәртергә,
нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеген әйтергә хоҡуҡлы.
Әммә халыҡ, проблемалар килеп тыуғанда хакимиәткә
мөрәжәғәт итә.
- Халыҡ үҙ вәкилдәренә нисек йоғонто яһай,
уларға үҙ ҡарашын еткерә ала?
- Депутаттарға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт
итергә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәм, муниципаль
депутаттар үҙ эшмәкәрлеген түләүһеҙ нигеҙҙә алып
бара, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың килем килтергән төп
эше бар. Әммә, шул уҡ ваҡытта, депутаттың бурысы
- граждандарҙы ҡабул итеү, халыҡҡа хакимиәт, башҡа
инстанциялар менән күпер булдырыу. Депутаттар һәр
гражданиндың проблемалары айышына төшөнөргә,
уны хәл итеү юлын ҡыҫҡартырға ярҙам итергә тейеш.
- Халыҡ урындағы власҡа ниндәй һорауҙар менән
йышыраҡ мөрәжәғәт итә?
- Һорауҙар аҙ түгел. Беренсе урында, һис шикһеҙ,
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы. Берәүҙәр идара
итеүсе компанияларҙың эшенә, икенселәр ихаталарҙы
йәки подъездарҙы йыйыштырыуға, өсөнсөләр һыуҙы,
йылылыҡты һүндереүгә зарлана. Артабан юлдарға,
уларҙы таҙартыуға бәйле ялыуҙар килә. Төҙөкләндереү
буйынса ла мөрәжәғәттәр һәм тәҡдимдәр күп: ҡайҙалыр
реставрацияларға йәки нимәнелер алмаштырырға
кәрәк. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө миҙгел осорона ҡағыла. Мәҫәлән, яҙын юлдағы соҡорҙарҙы ямау
актуаль. Бөгөнгө көндә юлдарҙы ремонтлау әүҙем
бара. Халыҡ юлдар асылыу менән соҡорҙарҙы ямауҙы
һорай. Уны беҙ объектив сәбәптәр буйынса иртә башлай алмайбыҙ - юл япмаһы кибергә тейеш, асфальтбетон заводын эшләтеп ебәрергә кәрәк. Йыл һайын
ошо ваҡытта йылылыҡ буйынса мөрәжәғәттәр арта.
Берәүҙәр уны бик иртә, икенселәр, киреһенсә, һуң
туҡтатыуҙары тураһында зарлана.
- Һеҙҙең вәкәләттәр мөмкинлеге ҡайҙа туҡтай
һәм башҡа ойошмаларҙың, институттарҙың
яуаплылығы башлана?
- Миҫал итеп күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр
һәм идара итеүсе компанияларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен
алайыҡ. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, күрәһең,
элеккесә подъездар һәм ихаталар территориялары
– урындағы хакимиәттең яуаплылығында, тип уйлай.
Ысынын әйткәндә, был теге йәки был күп фатирлы
йорттоң барлыҡ милекселәренең дөйөм шәхси милке.
Шуға күрә, подъездарҙы һәм ихаталарҙы тәртиптә тотоу
йорт хужаларының һәм идара итеүсе компанияларҙың
бурысына инә.
Тағы ла бер миҫал - юлдар. Ишембай районы
территорияһында федераль, республика һәм муниципаль юлдар һалынған. Һуңғылары тораҡ пункттар эсендә
урынлашҡан. Республика һәм федераль юлдар уларҙы
үҙ-ара бәйләп тора. Шуға күрә юлдарҙы тәртиптә тотоу
өсөн төрлө структуралар яуап бирә. Муниципалитеттың
республика һәм федераль трассаларҙы ремонтлауға,
таҙартыуға аҡса йүнәлтергә хоҡуғы юҡ.
Муниципалитеттың вәкәләттәренә ҡарамаған тағы ла
бер проблемалы өлкә бар – ул һаулыҡ һаҡлау. Медицина өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яуаплы. Беҙгә
килгән бөтә мөрәжәғәттәрҙе беҙ унда йүнәлтәбеҙ.
Төҙөкләндереү, мәғариф, мәҙәниәт, спорт кеүек социаль өлкә проблемаларын урындағы үҙидара хәл итергә
бурыслы. Муниципаль бюджеттың 65 проценттан ашыуы тап ошоға бүленә.
- Махсус хәрби операция башланғандан һуң
халыҡтың мөрәжәғәттәре үҙгәреш кисерҙеме?
- Әлбиттә. Радий Фәрит улы, беҙҙең бурыс – махсус
хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләрен
хәстәрләү, тип даими ҡабатлап тора. Беҙ ауылда
йәшәүселәргә бесән, утын әҙерләүҙә ярҙам итәбеҙ.
Ҡаланан да, ауылдан да төрлө документтар юллаусылар
мөрәжәғәт итә. Һалдаттарҙың яҡындарына республика
дауаханаларына барыу өсөн йыш ҡына машина бүләбеҙ.
Яҡташ яугирҙарҙың һорауы буйынса машиналарҙы
ремонтлайбыҙ йәки икенсе төрлө үҙгәртеп ҡорабыҙ,
төрлө махсус ҡорамалдар, ҡоралланыу кәрәк-яраҡтары,
яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алабыҙ һәм алғы
һыҙатҡа алып барабыҙ. Махсус хәрби операцияла
ҡатнашыусылар үҙ һорауҙары буйынса шәхсән үҙемә
йәки урынбаҫарҙарыма алдан яҙылыуһыҙ һәм сиратһыҙ
килә ала. Демобилизацияланған яугирҙар әлеге мәлдә
музей ойоштороу өҫтөндә әүҙем эшләй. Уларға бүлмә
бирҙек, башҡа төрлө лә ярҙам күрһәтәбеҙ.
- Һеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы
яугирҙар алдан яҙылыуһыҙ һәм сиратһыҙ
мөрәжәғәт итә ала, тинегеҙ. Башҡа граждандар
тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Тәү сиратта, ишембайҙар хакимиәттең ҡабул итеү
бүлмәһенә шылтыратып миңә йәки урынбаҫарҙарыма
шәхсән ҡабул итеүгә яҙыла, яҙма мөрәжәғәт ҡалдыра
ала. Социаль селтәрҙәр аша ла яҙырға мөмкин. Йыл
һайын беҙ ауыл биләмәләрендә һәм ҡала биҫтәләрендә
халыҡ йыйылыштары ойошторабыҙ. Торлаҡ-коммуналь
хужалыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн “Йорт
идарасыһы” форумын даими үткәрәбеҙ.
- Муниципаль бюджет тураһында әйтеп үтһәгеҙ
ине. Ул нисек булдырыла һәм нимәгә сарыф ителә?
- Муниципаль бюджет ике төп сығанаҡтан булдырыла
– һалымлы һәм һалымһыҙ килем. Һалымлы килем – ул
халыҡтың һалымы. Бер һүҙ менән әйткәндә, бюджетҡа
тулыһынса йүнәлтелгән ике һалым – ул ерҙән һәм физик шәхестәрҙең милкенән килгән һалым.
- Тимәк, ер һалымын түләмәүсе үҙ-үҙенекен урлай булып сығамы?
- Шулай тип әйтһәң була. Шуға күрә, халыҡҡа һалым
түләүҙең мөһимлеген еткереп торабыҙ. Дөйөм алғанда,
районда һалым йыйыу яҡшы ойошторолған. Артабан федераль һәм төбәк һалымдарынан аҡса бүленә.
Һалымһыҙ килемдәр муниципаль милекте ҡуртымға
биреүҙән һәм һатыуҙан, беҙҙең муниципаль учреждениелар күрһәткән түләүле хеҙмәттәрҙән, муниципаль
унитар предприятиеларҙың килеменең бер өлөшөнән
йыйыла, шулай уҡ республика һәм федераль бюджеттан йүнәлтелгән субверциялар, дотациялар.
- Ә ни өсөн, мәҫәлән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә
халыҡтың һорауы буйынса насар юлға гравий
һалып булмай?
- Беҙҙә бюджет планлы осорға билдәләнә.
Был, ағымдағы йылдың аҙағында, хәл ителәсәк
проблемаларҙан сығып, бюджетты икенсе йылға
ҡабул итеп алабыҙ, тигән һүҙ. Беҙ аҡсаны киләһе йыл
нимәгә йүнәлтәсәгебеҙҙе аныҡ беләбеҙ. Шулай итеп,
халыҡ ниндәйҙер бер билдәле юлды ремонтлау буйынса мөрәжәғәт итһә, уҙған йылды тап ошо эшкә бюджет һалынмаған икән, ағымдағы йылдың бюджетынан,
беҙ бик теләһәк тә, юлды яңырта алмайбыҙ. Аҡса етеү
мөмкинлеге булғанда уны бары икенсе йылға планлаштыра алабыҙ. Әйтеүемсә, бюджеттың 65 проценттан ашыуы мәғариф, мәҙәниәт, спорт һымаҡ социаль
өлкәгә йүнәлтелә.
- Планлаштырылмаған сығымдар өсөн башҡа
төрлө бюджет статьяһы бармы? Уны нимәгә
тотонорға мөмкин?
- Беҙҙә киҫкен, ғәҙәттән тыш хәлдәр өсөн бюджет
статьялары ҡаралған. Уҙған йыл Совет урамындағы күп
фатирлы йортта көнкүреш газы шартланы. Был аҡсаны
беҙ фатир хужаларын ваҡытлыса пункттарҙа йәшәтеүгә,
ашатыуға тотондоҡ. Киҫкен хәлдәргә тотоноласаҡ аҡса
бюджетта һалынған. Ләкин уларҙы юл ремонтлау һымаҡ
ғәҙәти эштәргә тотонорға ярамай.
- Проблемаларҙы хәл итеүҙә республика һәм федераль программалар һәм милли проекттар ярҙам
итә. Был хаҡта тулыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
- Бюджетыбыҙҙың бәләкәй генә өлөшө - беҙгә
программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәк
һәм федераль үҙәктән күсерелгән дотациялар, субвенциялар. Республика Башлығы Радий Фәрит улы
Хәбировҡа һәм уның командаһына айырым рәхмәт
белдергем килә. Улар муниципалитеттарға ҙур ярҙам
күрһәтә. «Башҡорт ихаталары», күп фатирлы йорттарҙа
подъездарҙы ремонтлау кеүек программалар халыҡтың
йәшәү рәүешен яҡшырта. Юлдарҙы йыл һайын шундай күләмдә ремонтлауҙы үҙ фондыбыҙ иҫәбенә генә
башҡара алмаҫ инек. Халыҡ аңлаһын өсөн миҫалдар
килтерәм: йылына бөтә районға муниципалитеттың юл
фондын 25 миллион һум аҡса тәшкил итә. Губкин урамын яңыртыу ғына 180 миллионға төштө. Ярҙам, ысынлап та, ныҡ тойола. Милли проекттарҙы, федераль
программаларҙы ғәмәлгә индереү өсөн һәр саҡ төбәк
бюджетынан һәм төрлө бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан
аҡса йүнәлтелә. Ниндәй генә федераль конкурсты алһаң
да, унда ҡатнашыу өсөн проект кәрәк. Мәҫәлән, проектты 2022 йылда төҙөгәндәр, ти. Уға тап ошо йылдың
хаҡтары һалынған. Әҙер проект менән конкурста 2023
йылда ҡатнашырға кәрәк була. Унда еңгән осраҡта аҡса
2024 йылда ғына килергә тейеш. Ошо йылдар эсендә
хаҡтар һиҙелерлек үҙгәрә. Шуға күрә республика проектты финанслауҙан тыш, материалдарҙың һәм эштең
хаҡ айырмаларын ҡаплай. Муниципалитет бындай
эштәрҙе үҙаллы ғына башҡарып сыға алмаҫ ине. Бынан тыш, Радий Фәрит улы беҙҙең районға айырым
иғтибар бирә. Башҡортостан нефтен тәүләп асыусылар
майҙанын реконструкциялау республика Башлығының
һәм «Башнефть»тең ярҙамында бойомға ашырыла. Быға бюджеттың бер тине лә ҡулланылманы, ни
бары бюджеттан тыш аҡса йүнәлтелде. Шулай ҙа был
эш Радий Фәрит улының ентекле күҙәтеүендә бара.
Майҙан уның өсөн бик ҡәҙерле. Ул Ишембайҙа булған
һайын бында килә, һәйкәл янында фотоға төшә, видео
яҙҙырта, йәшлеген, яҡын кешеләрен иҫкә ала. Быйыл
ремонт эштәре тамамланыр, тип ышанабыҙ.
- Һөнәри байрамығыҙҙа хеҙмәткәрҙәрегеҙгә
әйтер теләктәрегеҙ ниндәй?
- Беренсенән, әлбиттә, һаулыҡ теләйем. Икенсенән,
сабыр булһындар, сөнки халыҡ менән эшләүе еңелдән
түгел. Төрлө кәйефле, төрлө проблемалы, уларҙы
төрлөсә хәл итергә тырышҡан кешеләр була. Бөтәһенә
ҡарата ла иғтибарлы, түҙемле булырға кәрәк. Шулай уҡ
районыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн тырышып,
уңышлы эшләргә яҙһын