Йәмғиәт
11 Апрель 2024, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ураҙа байрамын Маҡар ауылы халҡы мәсеткә йыйылып, ғаилә, туғандары менән бергә аралашып, ҡунаҡҡа саҡырышып үткәрҙе.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Быйылғы Ғаилә йылында татыу, дуҫ урам - Урман урамы ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре онотолоп барған эйенселәү йолаһын тергеҙҙе.

Эйенселәү - башҡорт халҡының бик борондан килгән йолаһы. Элегерәк тәм-том булмағанда, ата- бабаларыбыҙ әйенселәгәндә балаларға бутҡа бешереп ашатҡан, сөнки бутҡа иң тәмле ризыҡ, саҙаҡа булған, ә татлы кәнфиттәр ул ваҡытта булмаған. Ураҙа ғәйете байрамы көнөндә балалар тоҡсай тотоп өйҙән-өйгә йөрөп әйенселәгән. Өй һайын ололар уларҙың тоҡсайҙарына тәм-том, ризыҡ һалып сығарған.

Урман урамының шат балалары өйҙән-өйгә йөрөп әйселәп, өй хужаларына үҙҙәренең эскерһеҙ рәхмәттәрен әйтеп йөрөүе — үҙе бер күркәм күренеш. Был үҙе үк тыныс тормош билдәһе, был үҙе үк бәрәкәтле тормош күрһәткесе, был үҙе үк рухи сәләмәтлек өлгөһө.

Фото: https://vk.com/makar.school

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәктәбе.
Читайте нас