Йәмғиәт
10 Апрель 2024, 07:19

Ишембай йәмиғ мәсетендә Ураҙа байрамы үтте

Унда мосолмандар менән бергә байрам вәғәзен Ишембай муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та тыңланы.

Ишембай йәмиғ мәсетендә Ураҙа байрамы үттеИшембай йәмиғ мәсетендә Ураҙа байрамы үтте
Ишембай йәмиғ мәсетендә Ураҙа байрамы үтте

Мосолман донъяһындағы иң мөбәрәк ике байрамдың береһе Ураҙа ғәйете - иман һәм дин, ихтирам һәм игелек, изгелек менән күркәм сифаттар билдәһе. Килгән халыҡ хәйер-саҙаҡаларын тапшырҙы. Вәғәздән һуң байрам былауы таратылды.

Ай дауамында ризыҡтан тыйылып, насар уйҙарҙан арынып йөрәк сафлығына әйҙәүсе рамаҙан-шәриф ысын мәғәнәһендә яндырыу осоро. Яндырыу тигән һүҙҙең төшөнсәһен был осраҡта, боҙоҡлоҡто юҡ итеү тип аңларға кәрәк. Йәмиғ мәсетенә килгән мөьмин-мөьминәләр ҙә ошо фекерҙә. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына ислам ҡимәттәренә тоғро ҡалыуы алтын менән гәүһәрҙәрҙән мәртәбәлерәк мираҫ.

Автор фотолары.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас