Йәмғиәт
10 Апрель 2024, 15:40

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылы мәсетендә лә Ураҙа ғәйете байрамы уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Рәсүл хәҙрәт байрам вәғәзе һөйләгәндән һуң, мосолмандар менән бергә ғәйет намаҙы уҡынылар.

Байрам табынына Ишембайҙа йәшәүсе Миңлегөл Ғарипова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улы Ринаттың иҫән - һау йөрөп ҡайтыуына бағышлап ҡорбан салдырған. Ринаттың һәм башҡа яугирҙәребеҙҙең иҫәнлегенә ҡөрьән аяттары уҡылып, доға ҡылынды. Шулай уҡ байрам мәжлесе һәр кем алып килгән күстәнәстәрҙән матур табын ҡоролоп, Нәбиуллина Рәйсә апай тарафынан бешерелгән аштар менән һыйланып, сәй эсеү менән тамамланды.

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, күңелдәребеҙгә иман нуры өҫтәп, һәр беребеҙгә именлек, мәрхәмәт һәм бәрәкәт алып килһен! Донъяларыбыҙ тыныс, табындарыбыҙ мул, яҡын кешеләребеҙ һәр саҡ янда булһын! Артабан да Рамаҙан айҙарын күрергә һәм Ураҙа - ғәйетен иҫән һау ҡаршыларға насип итһен.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас