Йәмғиәт
5 Апрель 2024, 14:50

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Ирекмәндәр махсус хәрби операция зонаһымузейын булдырыу буйынса эштәрҙә ҡатнаша.

“Армада” хәрби-спорт комплексы базаһында МХО
музейын булдырыу идеяһын “Мираҫ” социаль-ресурс
үҙәге етәксеһе, махсус хәрби операция ветераны Аркадий Дейс тәҡдим итә. Ул уны былтыр белдерҙе һәм
коллегалары, муниципаль район хакимиәте, “МХО ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Сергей
Пономарев һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенән ярҙам
тапты. “Армада”ны Көньяҡ биҫтәһендәге элекке “Ҡыҙыл
елкәндәр” үҫмерҙәр клубы бинаһында урынлаштырырға
ҡарар ителә.
Күптән түгел унда эштәр башланды. Аркадий Дейс
музейҙы ойоштороу буйынса вәкәләттәрҙе тыуған яҡты
өйрәнеү музейы директоры Андрей Шилинға тапшырып, махсус операция үткәреү зонаһына ҡайта. Андрей
Петрович муниципаль район хакимиәте кимәлендә хуплау алған проект төҙөй. Эшҡыуарҙар төҙөлөш материалдары һатып алыуға аҡса бүлә һәм эш башлана. Әлеге
ваҡытта бинаның тәҙрәләре алмаштырылған, ҡайһы
бер стеналары һүтелгән. Эшселәр стеналарҙы ремонтлау өсөн бүлмәләрҙе мебель һәм башҡа әйберҙәрҙән
бушата, иҫке ишектәрҙе ала. Активистарға ярҙамға
ирекмәндәр килә, Сергей Пономарев районда МХО
ҡатнашыусыларына һәм ветерандарына ярҙам итеү
ирекмәндәр хәрәкәтен етәкләй. Ул ирекмәндәрҙән
Ишембайға килеп ярҙам итеүҙәрен һорай. Уның
саҡырыуына Верхотор үҫмерҙәре
һәм Кинйәбулат мәктәбенең
техник хеҙмәткәрҙәре битараф
ҡалмай. Шулай уҡ клуб бинаһына
хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре
Кирилл Бехтгольд менән Владислав Шадров һәм махсус хәрби
операцияла ҡатнашыусылар килә.
- Беҙ үҙебеҙҙең махсус хәрби
операция зонаһы ветерандарына, уларҙың туғандарына
һәм яҡындарына ярҙам итеү
менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, шулай уҡ ирекмәндәр араһында
аңлатыу эштәре алып барабыҙ,
ни өсөн контракт буйынса хеҙмәт итергә кәрәклеген
һөйләйбеҙ. Контрактсыларға
уларҙы йүнәлештәр буйынса бүлеүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ,
йәғни улар ҡайҙа барырға теләй,
шунда хеҙмәт итергә барһын өсөн мөмкин
булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Гуманитар конвойҙар ойошторабыҙ һәм ебәрәбеҙ,
музейҙы ойоштороусыларға ярҙам -
эшебеҙҙең бер өлөшө, - тип һөйләне Үҙәк
Хәрби округының Ишембай районынан контракт буйынса республика һайлап алыу пункты инструкторы Кирилл Бехтгольд.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, музей Бөйөк
Ватан һуғышы үткәрелгән урындар буйлап
эҙләү экспедицияларында ҡатнашыусылар
тапҡан һәм алып килгән артефакттарҙан,
шулай уҡ көнкүреш әйберҙәренән, ҡорал
өлөштәренән, махсус хәрби операция зонаһы
алғы һыҙығынан килтерелгән ярсыҡтарҙан
торасаҡ.
- Былтыр «Мираҫ» социаль-ресурс үҙәге
бинаһын реконструкциялау башланды. Аркадий Дейс бында «Армада» хәрби-патриотик
әҙерлек үҙәген булдырыу идеяһын тәҡдим
итте, уға депутаттар һәм эшҡыуарҙар ярҙам
итте. Эшкә битараф булмаған кешеләр ҙә ҡушылды, -
тип һөйләне Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе
Нелли Коледова.
«Армада» музейын һәм үҙәген ойоштороусылар
уларҙың был башланғысы йәш быуынға кәрәк булыр тип ышана. Балалар бында спорт, хәрби әҙерлек
күнекмәләрен алып, шулай уҡ илебеҙҙең тарихи
ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт аласаҡ.
- Ишембай районы һәм ҡалаһы буйлап ирекмәндәр
хәрәкәтен етәкләйем, - тип һөйләй Сергей Пономарев.
- Шуны билдәләп үтергә теләйем: бөгөн балалар, каникул булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә ярҙам итергә килде.
Верхотор ауыл биләмәһе хакимиәте транспорт бүлде,
ә кинйәбулаттар Ишембайға шәхси автомобилдәрендә
килеп етте. Был кешеләрҙең эштең мөһимлеген
аңлауын һәм барыбыҙҙың да үҙ ниәттәребеҙҙә берҙәм
булыуыбыҙҙы күрһәтә.
Ремонттың тамамланыу ваҡыты тураһында ойоштороусылар әлегә һөйләмәй, сөнки уларҙы бик күп эштәр
көтә. Әммә уның өҫтөндә эшләүселәрҙең көндәлек
тырышлыҡтары ишембайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары уларҙы
файҙалана алырлыҡ һөҙөмтәгә килтерер.

Автор:Михаил Николаев.
Читайте нас