Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 12:00

Үкенесһеҙ булһын ине ғүмер...

.

Йәшәмәгән генә яңлышмаҫ шул,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын.
Р. Ғарипов.

Гөлфиә ултырған автобус ҡышҡы урман буйлап елдерә. Ике яҡлап теҙелеп үҫкән шыршы ҡыҙҙарына Ҡарһылыу биҙәкле аҡ күлдәк кейҙергән. Туйға әҙерләнгәндәр тиерһең! Тирә-яҡ сихри тынлыҡта. Әллә бар тәбиғәт уйға сумған, әллә ҡышҡы йоҡоға талған? Автобус тәҙрәһенән бар донъяны күҙәтеп барған Гөлфиә лә сикһеҙ уйҙарын бер епкә теҙә, яйға һала.

— Нишләнем мин? Нишләнем?

Был һорауҙы нисәнсе ҡат үҙ-үҙенә ҡабатлаһа ла, яуабы юҡ. Булмаҫ та. Яҡындары ла был аҙымын йә аңларға тырышалыр, йә ғәйепләйҙер. Осрашҡанда ҡысҡырып һорарға баҙнат итмәһәлєр ҙә, аптыраулы ҡараштарын көскә күтәрә Гөлфиә. Аптырарһың да! Никах уҡытылған, бүләктәр тапшырылған, быға тиклем сит-ят кешеләр туған-тыумаса булып өйҙәренә таралышҡан. Ә Гөлфиә кейәүгә бармайым тип һуңғы һүҙен әйтте инде. Рәсәйҙә ғариза биргән биш парҙан бер кәләш, йә кейәү кире уйлай икән тиләр ҙә, тик Гөлфиәнең хәлен был һис еңеләйтмәй. Беҙҙең яҡта осрағаны юҡ шул бындай хәлдең!

Әле ҡасан ғына бар донъя һары, ҡыҙыл төҫтәргә сумып ултырған көҙҙә, йылдың иң моңһоу, иң хисле миҙгелендә тормошҡа сығырға ризалыҡ биргәйне. Танышыу-осрашыуҙары заманса һәм тиҙ булды. Гөлфиәнең йөрөгән егете менән юҡтан ғына асыуланышып, осрашмай башлаған ваҡыты ине. Эс бошҡандан ғына тигәндәй, Интернетта берәү менән яҙыша башланы. Бындай «танышыу»ҙар төрлөсә тамамлана тип һөйләне дуҫ ҡыҙҙары. Бик бәхетлеләре лә осрай, юҡтан ғына быяла кеүек селпәрәмә килгән парҙар ҙа етәрлек.

Башта бик матур хаттар яҙышты улар. Йомшаҡ күңелле икән Рифат. Бер хаты айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ ине: «Уйҙар, уйҙар... Аҙға ғына булһа ла уларҙың ағымын туҡтатып йә бер яйға һалып булһасы... Уларҙы бит кешегә һөйләп тә булмай, үҙеңдә генә ҡалдырыуы ла ҡыйын. Уйҙарымды күңелемә яҡын кешегә һөйләргә өйрәнгәнмен. Һиңә лә был турала әйтеп яңлышмаммы? Дөрөҫлөктө тимәйем, кеше яңылыштары ла түгел, ә иртәле-кисле һинең турала уйлауым, яныуым, көйөүем хаҡында. Быны һин дә аңланың, буғай. Ышанмайһың бит. Әле ҡасан ғына йөрәгемдә башҡа кеше булһа, хәҙер һин «ояланың». Тик күңелем менән нимә эшләйем икән? Ярый әле һин көлмәйһең, йәлләмәйһең, ауыр һүҙ ҙә әйтмәйһең, «яҙма» тимәйһең... Аҙ ғына, күңелдең иң-иң түрендә: «Ә бәлки һин дә мине уйлайһыңдыр?» тигән өмөт йәнде телгеләй. Нимә менән бөтөр был иҫәрҙең яҙмалары-уйҙары тип көтәһеңдер. «Оҡшайыммы?» – тип һораның да инде. Оҡшауыңды белмәйем, тик уйлайым, уйлайым! Көтәм! Кис етеүен, яҙыуыңды, нимәлер әйтеүеңде... Рөхсәт итәһеңме көтөргә? Ә һин үҙең көтмәйһең дә, уйламайһың да ахыры?»

Ысынлап та ғәжәберәк тойолдо был хат Гөлфиәгә. Әле бит осрашманылар, күрешмәнеләр ҙә. Бындай тәрән кисерешле хат кемдең йөрәген елкендермәҫ? Ҡыҙҙың күңеле иләҫ-миләҫләнгәнен һиҙгән егет уны осрашыуға саҡырҙы. Ипле генә, тәртипле егет булып күренде Рифат. Заводта иретеп йәбештереүсе булып эшләй икән. Ябай ауыл егете. Эсендәге тышында, тиҙәрме әле? Гөлфиә ике-өс осрашыуҙа уҡ матур һүҙҙәр ҙә ишетте, аптыратып, тәҡдим дә яһалды. Шуныһы бик аңлашылманы: нишләп ашығырға һуң? Ләкин Рифат тураһында уйлай башлауын аңланы Гөлфиә. Күңеленә оҡшамаһа, хаттарына яуап бирер, осрашыр инеме? Бер-ике көндән тәҡдим тағы ҡабатланды. Гөлфиә икенсе осрашыуға тиклем уйларға вәғәҙә бирҙе. Егеттең төнгө сменалары бөткәнгә тура килә ине ул. Әле алда теүәл дүрт көн бар! Ваҡыт күп түгел дә, тик бер фекергә килергә кәрәк бит инде, һүҙ биргәс…

Дуҫ ҡыҙҙарының, туғандарының шылтыратыуына яуап бирмәҫ булды, бер кем менән дә кәңәшләшмәне. Уйҙарына башы-аяғы менән сумды. Бар ғаләмдә яңғыҙы ҡалған кеүек ине. Һуң уның тормошо һәм яҙмышы бит! Кемдеңдер әйткән кәңәше ҡолағыңа керһә, ышана, үҙеңдеке итеп ҡабул итә башлайһың. Фекерҙәр «минус» менән «плюс»тарға айырылды. Йәше әле ҙур ҙа түгел бит, 22-лә генә. Осрар ине әле уның ғына яртыһы, берҙән-бере! «Был ул!» – тип ҡысҡырасаҡ, һиҙәсәк ҡыҙ күңеле! «Юҡ, ризалыҡ бирәм!» – тигән ҡәтғи ҡарарға килде ул дүрт көн үтеүгә. Ни өсөн? «Плюс»тар еңгәндер, күрәһең.

Эй, һөйөндө Рифат! Ысын күңелдән шатланыуы йөҙөнә сыҡҡан ине. Шунда уҡ әсәһенә хәбәр итте лә, оҙаҡламай ҡыҙ һорарға барырға һөйләштеләр. Был көндәр төшөндә үткән кеүек тойолдо Гөлфиәгә. Күп уйламаҫҡа, икеләнеүҙәрен еңергә тырышты ул.

... Никах көнө буран ҡоторҙо. Әллә тәбиғәт тә кеше яҙмышындағы бер генә хатаны булһа да булдырмаҫҡа, ҡамасауларға тырыштымы? Икенсе райондан ине Рифат, үс иткәндәй, бер ҡайҙан да юл юҡ. Шулай ҙа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар урай-урай көскә килеп етте. Улар өйгә ингәндә Гөлфиәнең кейәүгә сыҡҡыһы килмәгәнен әсәһе генә һиҙенмәгәндер. Ә Рифат быны бер күреүҙә аңланы. Сығып йүгергеһе, туҡтатҡыһы килде был аҡылһыҙлыҡты! Һин яратҡан кешенең битарафлығын күреүҙән дә ҡыйын хәл бармы икән? Һуң кеүек тойолдо. Көсөргәнеш оҙаҡ һаҡланды, ә шулай ҙа Гөлфиәнең йылмайып ҡунаҡтарҙы оҙатыуы бер аҙ күңелде тынысландырҙы кеүек. Шулай ҙа эс бошоу, һиҙемләү бер нисә көнгә һуҙылды.

Туй декабрь урталарына тәғәйенләнгән ине. Никахтан һуң бер аҙнанан Гөлфиә әсәһенә туй булмаҫҡа тейешлеген әйтте. Бик ҡаты һөйләшеү булды.

– Кешеләр, туғандар ни әйтер? Атайыңа нимә тиербеҙ? Аҡылыңа кил, балам, Алла ҡаршында һин инде ир ҡатыны, артҡа юлың юҡ.

Быларҙы әсәһе ҡаты итеп, ышандырырлыҡ, кире уйламаҫлыҡ итеп әйтергә тырышты. Тик иң яратҡан төпсөк ҡыҙының яуабы әсә йөрәген телеп үткәндєй булды:

– Әсәй, яратмауымды һуң аңланым, ғәфү ит. Ҡулдарымдан тотһа ла, асыуым килә, нишләйем?

– Ҡыҙым, тағы бер генә аҙна уйлап ҡара, унан күҙ күрер.

Шулай килештеләр. Икеһе лә, әсәһе генә белде был хәлде, аңларға, ярҙам итергә тырышты. Рифат иларҙай булып ялбарҙы, “йәшәмәйем” тип ҡурҡытып та ҡараны. Бер нимә лә килеп сыҡмағас, асыуланып, никахҡа тип бүләк иткән йөҙөгөн һорап алып, ҡайтып китте.

Шунан алдарак Гөлфиә Рифаттың күп нимәне әсәһенә еткереп барыуын да белгән ине… Булһа һуң – ундайҙар аҙмыни?! Былар барыһы ла тик яратмау ғәләмәте! Яратһаң, әллә ниндәй яҡтарын да күрмәйһең, уйламайһың. Хан һарайында тораһыңмы, урман уртаһындағы бер емерек йорттамы — барыбер! Кәмселектәре лә күҙгә салынмай, сөнки башҡа кешене матурлығы, байлығы, батырлығы өсөн түгел, былай ғына яратаһың бит.

…Автобус туҡтаны, кешеләр үҙ юлдары менән тирә-яҡҡа һибелде. Яңы йылды кем менән һәм ҡайҙа ҡаршылау, нисек яҡындарыңды ҡыуандырыу, ниндәй мөғжизәләр көтөү – уйҙар, һөйләшеүҙәр шуның менән бәйле.

Ай-яй, тормош бигерәк ҡатмарлы. Әллә бер үкенесһеҙ ғүмер итеүе бөтөнләй мөмкин дә түгел инде? Шулай ҙа гөрләтеп йәшәгеһе бик килә Гөлфиәнең! Ул бит әле күптәргә кәрәк: ике апаһына, ғәзиз ата-әсәһенә, серҙәш дуҫтарына. Бына әле лә ауыр уйҙарынан тамам арынып, апаһы Лилиә торған урамға боролдо һәм шәп-шәп атлап китеп барҙы…

 

П.С. Бер ни тиклем ваҡыттан Гөлфиә үҙ кешеһен осратты. Бик яратышып, етеш тормошта йәшәйҙәр. Фатир, яҡшы машина һатып алдылар. Ике ул үҫтерәләр. Ә Рифат тураһында бер нимә лә билдәле түгел...

 

 

Автор:Әлфиә Шәйхлисламова.
Читайте нас: