Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 12:00

«Үҙ бурысымды намыҫлы үтәгәс, ҡайтырмын»

«Мостафа» ҡушаматлы махсус хәрби операция яугиры яраланғандан һуң отпускыға ҡайтты. Ул ҙур ғаиләһе – ҡатыны һәм ете балаһы менән районыбыҙҙың бер ауылында йәшәй. Ир һәм ҡатын беҙҙең менән әңгәмәләшергә һәм тормоштары тураһында һөйләргә риза булды.

«Үҙ бурысымды намыҫлы үтәгәс, ҡайтырмын»
«Үҙ бурысымды намыҫлы үтәгәс, ҡайтырмын»

49 йәшлек ир махсус хәрби операция зонаһына уҙған йылдың декабрендә контракт буйынса китә. Бер айҙан һуң ул йәрәхәтләнеп хәрби госпиталгә эләгә. Был хәлдән һуң уны ике айға отпускыға ебәрәләр. Ауылда ирҙең үҙ хужалығы бар, шуға эш тә күп – ихатаны таҙартырға, малды ашатырға, йортто ремонтлап алырға кәрәк. Быны ул
ҡыуанып башҡара. Госпиталдә ятҡанда уҡ ҡатынына: «Отпускыға ҡайтҡас, ихатаны ҡарҙан таҙартырмын», - тип яҙып ебәрә.

- Ирем махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иткәс, уға ҡаршы тора алманым, - тип һөйләй яугирҙың ҡатыны Әлиә. – МХО-ла уның дуҫтары һәләк булды, шуға ла өйҙә тыныс ҡына ултыра алманы. Үҙ бурысымды үтәгәс, ҡайтырмын, тине. Тәүҙә мин ул тиклем борсолманым. Ирем ремонтлау батальонына эләгәсәк – танкыларҙы йүнәтәсәк, тип уйланыҡ. Барыһы ла икенсе төрлө килеп сыҡты – ул штурмлау төркөмөнә тәғәйенләнде. Өс көн бәйләнешкә сыҡмағас, ысынлап та ҡотом алынды, үҙемә урын тапманым. Яугир ҡатындары менән чатта яҙыштым, улар аша нимә булһа ла белергә тырыштым. Ҡатындар мине үҙҙәренсә йыуатты, тынысландырҙы. Ирем яраланғандан һуң госпиталдән үҙе видеобәйләнешкә керҙе. Мин ныҡ ҡурҡтым. Ләкин ул мине: «Аяҡ-ҡулдарым теүәл, ҡурҡырға кәрәкмәй», - тип тынысландырҙы. Өйгә ҡайтҡас, тәүге ике көн генә ял итте. Эшкә тотондо, ауылда тик ултырып ҡына булмай. Оҙаҡламай уға алғы һыҙатҡа кире юлланырға кәрәк. Ныҡ борсолам, ләкин ирем намыҫ менән хеҙмәт итер һәм йортҡа иҫәнһау әйләнеп ҡайтыр, тип өмөтләнәм. Беҙ балалар менән уны яратабыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ.

«Мостафа» үҙе, Ватанға файҙа килтерергә теләйем, тип белдерә. Ул һөнәре буйынса – тракторсы, киң профилле машинист. Һәр саҡ техника – тракторҙар, мотоциклдар менән мауыға. Үҙенең крәҫтиәнфермер хужалығы, таҡта ярыу цехы була. Техниканы яҡшы белә, уны ремонтлай ала. МХО-ға ла ошо маҡсат менән бара, автомеханик булып хеҙмәт итермен, тип уйлай.

- Мин 49 йәштә физик йөкләмәләрҙе үтәй алмаҫлығымды аңлай инем, ләкин махсус хәрби операцияла файҙа килтерергә теләнем, - ти әңгәмәсем. – МХО-ға барғанда техниканы ремонтлау һәм сафҡа индереү һәләтем кәрәк булыр, тип уйланым. Ләкин мин уйлағанса килеп сыҡманы. Күрәһең, автоматтан яҡшы атҡанымды иҫәпкә алғандарҙыр (армияла диңгеҙ пехотаһында автомобиль бүлегенең командиры булып хеҙмәт иттем), миңә ҡорал, бронежилет һәм башҡа кәрәкяраҡтар биреп, штурмлау батальонына йүнәлттеләр. Шунда уҡ химия заводтарының береһен штурмлауға эләктем. Был предприятиены дошмандан әллә ҡасандан бирле тартып алырға тырышҡандар. Шул саҡта мин яраландым һәм контузия алдым. Үҙемде томан эсендәге һымаҡ ҡына иҫләйем. Тәүҙә 10 километр йәйәү атланым, артабан ниндәйҙер ауылға индем, миңә урындағы амбулаторияла беренсе ярҙам күрһәттеләр. Хәрби госпиталгә төрлө транспортҡа ултырып бер аҙна буйы барҙым. Табиптарға һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт – дауалау, иғтибар һәм тәрбиәләү юғары кимәлдә булды. Шулай уҡ госпиталдә ярҙам иткән ирекмәндәргә рәхмәтлемен, улар яралыларҙы яҡшы ҡараны. Махсус хәрби операция оҙаҡламай тамамланыр һәм беҙ тыныс тормошҡа, ғаиләләребеҙгә ҡайтырбыҙ, тип өмөтләнәм.


Фото яугир архивынан.

Автор:Артём СОКОЛОВ.
Читайте нас: