Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март , 16:50

Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште

Бөгөн Маҡар ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Алмас Мирғәлиевты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште

Алмас Венер улы 1987 йылдың 22 апрелендә Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылында тыуған. 2006 йылда Ишембайҙа 21-се һөнәри училищеһын тамамлай. Хеҙмәткә ул ошо уҡ йылда ҡалабыҙҙан китә. Махсус хәрби операцияға тиклем Салауат ҡалаһында йәшәй.

2024 йылдың 29 ғинуарында ул МХО-ла ҡатнашыу өсөн килешеү төҙөй.

Яугирҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа туғандары, яҡындары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғолоев, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин, Салауат ҡалаһы хәрби комиссары урынбаҫары Риф Хәйруллин ҡатнашты.

- БР Башлығы Радий Хәбиров, БР Хөкүмәте һәм яугирҙың класташы – Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов исеменән Алмас Венер улының туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, - тине БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғолоев. – Бөгөн бөйөк Ватаныбыҙ дошманға ҡаршы торҙо. Һалдаттарыбыҙ, офицерҙарыбыҙ һәр ваҡыттағыса ҡулдарына ҡорал алып туған илебеҙҙе яҡлай. Беҙ уларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ, батырлыҡтарына һоҡланабыҙ. Алмас тураһында күптәр йылы һүҙ әйтте. Хеҙмәттәштәре уның ышаныслы һәм хәстәрлекле кеше икәнен белдерҙе.

 

Автор фотоһы.

Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Маҡарҙар батыр улы менән бәхилләште
Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас: