Быҡтырылған ит тултырылған коробканың буш ерен, үҙенә әҙерләп оҙатҡан саҡтан ҡалған ҡуйыртылған һөт һәм дымлы салфеткаларҙы ҡушып тултырып, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләп, ниһайәт, А.-ың яуҙашы - Этҡол ауылы егете Дамир Ниғмәтуллинға тейәп ебәреүгә өлгәштек.
Дамирға хәйерле сәфәр, яугирҙәргә именлек, көс- ғәйрәт, ышаныс һәм сабырлыҡ теләп ҡалабыҙ.
Бер ай эсендә бөтәһе 233 шәм, дүрт маскировка селтәре әҙерләһәк, ауыл халҡы бер бот ит һатып алып, ҡатын- ҡыҙҙар 0,7 банкаларға утыҙҙан артыҡ ит быҡтырҙы.
Барыһы ла еңеү өсөн, барыһы ла фронт өсөн!
Ошо изге эштә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға, ярҙамсыларға ҙур рәхмәт!
Автор фотолары.