Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март , 13:00

Ағастарҙы мул уңышҡа әҙерләйек

Ҡоротҡостар һәм ауырыуҙарға ҡаршы баҡсаны яҙғы эшкәртеү – мул уңыштың нигеҙе. Тап ошо мәлдә ҡоротҡостарҙы йомортҡала саҡта юҡ итеү, ә ауырыуҙарҙы башланған мәлендә генә туҡтатыу мөмкинлеге бар.

Яҙғыһын ағас һәм ҡыуаҡтарҙы эшкәртеүҙе белгестәр алты этапҡа бүлә. Был эштәр тураһында ентекләп “Россельхозцентр”ҙың Әлшәй районы бүлеге агрономы Гөлфиә Яхина һөйләй.

  1. Ҡар ирегәнсегә тиклем ағастар­ҙың олонон ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Айырылып, ярылып торған ерҙәрен билдәләргә. Шунан тимер щетка йә шпатель менән олондо таҙартырға кәңәш итәләр. Ҡойолған тапсыҡтарҙы йыйып, яндырырға кәрәк, сөнки тап шуларҙа төрлө бөжәктәрҙең йомортҡалары ҡышлай ҙа инде.
  2. Ағастарҙа һут йөрөй башлағанға тиклем артыҡ, ҡамасаулаған ботаҡ­тарын киҫергә кәрәк. Был айырыуса өлкән ағастарға ҡағыла. Ул ботаҡтарын киҫеүҙе ауыр кисерә. Уларҙы киҫкәндән һуң, бысылған урынды махсус иретмә менән эшкәртеп ҡуйырға онотмағыҙ.
  3. Ҡар ирегәндән һуң ағас һәм ҡыуаҡтарҙың эргәһен ҡаҙып сығыу файҙаға ғына булыр. Был алым тамырҙарҙы кислород менән һуғарыу өсөн кәрәк.
  4. Яҙғыһын күптәр ағас һәм ҡыуаҡ олондарын аҡлай. Әммә яҙын был эш бары тик матурлыҡ һәм олондо яҙғы ҡояштан һаҡлау өсөн атҡарыла. Көҙөн аҡлау, киреһенсә, төрлө бәшмәк мик­ро­флораһынан һаҡлай. Олон­дарҙы аҡлау өсөн аҡбурҙың махсус “Баҡса эштәре өсөн” тигән яҙыулыһын алырға тәҡдим итәм, сөнки уның составында ағасҡа кәрәкле ҡушылмалар бар.

Агроном шулай уҡ ағас һәм ҡыуаҡтарҙы яҙғыһын дарыуҙар менән эшкәртергә кәңәш итә. Тәүге эшкәртеү бөрөләнгәс эшләнә. Һауа темпе­ратураһы төндә 0, көндөҙ +3 - +5 булғас үткәрелә. Ағаста һут әле йөрөй башламаған була, бөтөн олондо ҡойондороп, бында ҡышлаған бө­жәктәрҙе һәм ауырыуҙарҙы юҡ итергә мөмкинлек бирә. “Профилактин” һәм “30 Плюс” тип аталған препараттар был орсаҡта иң һәйбәте булыр. Улар тере беттәрҙе һәм йомортҡаларҙы юҡ итә.

Артабанғы эшкәртеүҙе бөрөләр асылғас эшләйбеҙ. Был коккомикоз, монолиоз, парша, антракноз кеүек ауырыуҙарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. “ХОМ”, “Абига-Пик”, “ОксиХом”, “Хомоксил”, “Купролюкс” кеүек да­рыуҙарҙы кәңәш итәм. Ә ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы “Актара”, “Актеллик”, “Фуфанон-Нова” йәки “Вермитек КЭ”, “Фитоверм” һәйбәт көрәшер.

Сәскә атҡанға тиклем өсөнсө эшкәртеүҙе үткәрәбеҙ. Был эшкәртеү ағастарҙы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡлай. “Битоскибациллин”, “Лепидоцид”, “Хорус”, “Скор”, “Фитолавин” ярҙамға килер.

Бөтөн емеш-еләк борсаҡ ҙурлығы булғас, тағы бер эшкәртеү үткәрәбеҙ. Был юлы “Товит Джет”, “Карбофос” һәм “Фитоверм” тип аталған дарыуҙар кәрәк буласаҡ.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: