Иҫләһәгеҙ, уҙған йылда ифтар мәжлестәре төрлө темаға ҡоролғайны: имамдар, йәштәр, балалар, табиптар, уҡытыусылар, журналистар, шағирҙар, башҡа дин әһелдәре, хакимиәт вәкилдәре һәм башҡа көндәр. Быйыл да ошо йола дауам итә.
Кисәге йома ифтары нимәһе менән иҫтә ҡалды, тиһегеҙ? Мәжлестә ситтән килгән ҡунаҡтар күп булды.
- Беҙ Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылынан 15 кеше килдек. Ауыл китапханаһы ҡарамағында эшләп килгән «Ижад шишмәһе» түңәрәгенең ағзаларыбыҙ, - тип ихлас уртаҡлашты Таңһылыу Мәзитова. - Ишембайға ифтарға өсөнсө йыл киләбеҙ, бындағы мөхит беҙгә ныҡ оҡшай. Әллә күпме дуҫтарыбыҙ, фекерҙәштәребеҙ бар.
Йома ифтарының мәжлесен Миҙхәт Рафиҡов менән уның һеңлеһе Рәшиҙә Кәримова ойошторған, уларға, үҙҙәре килә алмаһа ла, башҡа туғандары ҡушылған.
Автор фотолары.