Йәмғиәт
22 Март 2024, 08:00

Изгелекле, игелекле мөғәллимә

.

Изгелекле, игелекле мөғәллимәИзгелекле, игелекле мөғәллимә
Изгелекле, игелекле мөғәллимә

“Хаҡ Тәғәлә ризалығы өсөн
Дин юлында хеҙмәт иткәндәр
Әҙәмдәргә аң-белем таратып,
Күңелдәрҙе нурлы итәләр”.

Бөгөн һүҙем Ишембай ҡала мәсетендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүсе мөслимәмөғәллимә Айгөл Рауил ҡыҙы Сынбулатова тураһында. Йәмле май айында тыуғанғалыр бәлки, яҙ ҡояшы кеүек нурлы, йылы ҡарашлы йөҙө менән һәр кемде үҙенә йәлеп итә ул. Уның менән әңгәмәләшеүе лә еңел, фәһемле, рәхәт.

Айгөл Салауат ҡалаһында тыуып, Ишембайҙа 11-се мәктәпте тамамлай. Хоҙайға, Ислам диненә булған һөйөүе уны Ҡазандағы «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһенә алып килә. Унда өс йыл Ҡөръән серҙәрен үҙләштерә. Мәҙрәсәлә буласаҡ тормош иптәше Абдулла Сынбулатов менән танышып ғаилә ҡоралар. Татыу ғаиләлә алты бала – өс ҡыҙ һәм өс малай үҫә. Улар ҙа атаәсәһенә оҡшап иманлылар. Абдулла хәҙрәт Тирмән-Йылға мәсетендә имам вазифаһын башҡара. Әйткәндәй, Айгөлдөң әсәһе Райхана Кәлимулла ҡыҙы ла Ишембай мәсетендә оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше. Ул әле лә бер дини байрамдарҙы ла ҡалдырмай.

Айгөл Рауил ҡыҙы 2008 йылдан алып Ишембай мәсетендә ололарға ла, үҫмерҙәргә лә иман, ислам, Ҡөръән нигеҙҙәрен өйрәтә. Уның төркөмөндә 7-14 йәшкә тиклемге 45-тән артыҡ бала шөғөлләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бик теләп йөрөй. Кесаҙна, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә теләге булған һәр кем мәсеткә уҡырға килә ала.

Айгөл Сынбулатова һәр уҡыусыһы менән уртаҡ тел таба белә, үҙ эшен бик ярата. Балалар ҙа мөғәллимәләрен хөрмәт итәләр, ҡышҡы һалҡын көндәрҙә лә дәрестәрҙе ҡалдырмай уҡырға ашҡынып киләләр. Айгөл Рауил ҡыҙына ошо еңел булмаған да, кәрәкле лә эшендә Хоҙай үҙе ярҙам бирһен. Сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәр саҡ юлдаш булһын. Был изге теләктәргә уны хөрмәт иткән, яратҡан бар уҡыусылары ла ҡушылыр, тигән теләктә ҡалам.

Автор:Миңлегөл ИБРАҺИМОВА.
Читайте нас