Ойошманың төп өлөшөн пенсия йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Етәксеһе - Алмира Рәфҡәт ҡыҙы Шәрәфетдинова. Төрлө өлкәләрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар яу ҡырындағы ир-егеттәребеҙгә маскировка селтәрҙәре, маскировка кейемдәре, блиндаж шәмдәре эшләп, ойоҡтар бәйләп оҙата.
Бынан тыш ойошма ағзалары үҙҙәре белгән оҫталыҡтарын башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша. Күптән түгел улар Кинйәбулат урта мәктәбендә мәктәп хеҙмәткәрҙәренә һәм уҡыусыларға маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Рима Сандалова, Әлфиә Ғәрифуллина, Рәйфә Мөхәмәтйәнова маскировка селтәрен үреүҙең бик күп серҙәре менән уртаҡлашты.
Мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар һәм уҡыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәресе үткәреүсе апайҙарға, ғөмүмән, “Благодарим” ойошмаһына ысын күңелдән рәхмәт еткерә. Ваҡыттары, һаулыҡтары менән иҫәпләшмәй, махсус хәрби операцияла булған яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүсе яҡташтарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фотолар мәктәп архивынан.