Руслан Вәли улы Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында 1987 йылдың 5 мартында донъяға килгән. 2002 йылда Салауат ҡалаһында 20-се һөнәри лицейын тамамлай. Кинйәбулат ауылында йәшәгән була.
2024 йылдың 25 ғинуарында МХО-ла хеҙмәт итеү өсөн контракт буйынса хеҙмәткә алына. Алғы һыҙатта ул атыусы-снайпер булып алыша.
Хәрбиҙе һуңғы юлға оҙатырға яҡындары, дуҫтары, муниципаль район хакимиәт башлығы Азат Ишемғолов, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов килде.
- Руслан менән беҙ бер класта уҡыныҡ. Бик аҡыллы, тырыш, көслө кеше ине. Математика, химия һымаҡ дәрестәрҙе яратты. Спорт буйынса ла бик көслө ине, - тип уртаҡлашты Рифат Ҡолмәмбәтов.
Руслан Хәбибуллин 25 февралдә Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Украина территорияларында хәрби йөкләмәләр үтәгәндә һәләк була.
Автор фотоһы.