Петровск ауылынан хат ташыусы булып эшләүсе Татьяна Данилова биш бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Уның тураһында “һуңғы ыштанын сисеп бирергә әҙер” тип әйтергә була. Балалары ла ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә, маскировка селтәрҙәрен үрешә.
- Был беҙҙең дөйөм ярҙам, дөйөм эш. Ватсабта төркөм булдырып, ауыл кешеләренән махсус хәрби операция һалдаттары өсөн аҡса, кәрәкяраҡтар йыябыҙ. Ҙур көс менән утыҙға яҡын маскировка селтәре, бихисап шәмдәр әҙерләнек. Мәҫәлән, Әлфиә Рәхмәтулова өйҙә маскировка селтәрҙәре бәйләй, шәмдәр ҡоя һәм нимә генә һораһаң да, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Рәмилә һәм Анатолий Летуновтар аҡса, материал менән ярҙам күрһәтә. Күптән түгел улар яугирҙар өсөн мейес әҙерләп бирҙе. Фәнис Ғатауллин Петровск һәм Ҡолғонаға тауарҙар бесеү өсөн станоктар эшләне, Нина Кадкина, Алевтина Галако аҡса менән дә ярҙам итә. Улар бер көн дә ҡалдырмай клубҡа маскировка селтәрҙәре бәйләргә килә. Бәрҙәшле ауылынан Оксана Неудачина шәмдәр ҡойһа, Ишем ауылы халҡы госпиталь өсөн мендәрҙәр тегә. Изге йөрәкле кешеләрҙең ирегеттәргә күрһәткән ярҙамы - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер, - ти Татьяна Александровна.
Хәрбиҙәр ҡатындары, апай-инәйҙәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәрен әҙерләй, битараф булмаған ауыл халҡы гуманитар ярҙам йыя. Ҡолғона ауылынан махсус хәрби операция зонаһына алынған һалдаттың ҡатыны Гөлфиәнең әйтеүенсә, был изге эшкә һәр кем үҙ көсөн һалырға тырыша. Ул үҙе өйөндә һалдаттар өсөн “ҡоро душ” та әҙерләп ебәргән.
Һалдат ҡатындары интернет селтәрҙәре аша тығыҙ үҙ-ара бәйләнештә эш итә. Хәрбиҙәргә нисек ярҙам итергә кәрәклеген уйлайҙар, кәңәшләшәләр. Ә уларға яу яланында йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре талап ителә. Ысынлап та, барыһы ла яуҙағыларға беҙҙән ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлай. Иң мөһиме ирегеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тип изге теләктәрен еткерә.
Фото Татьяна Данилованың шәхси архивынан.