Йәмғиәт
18 Март 2024, 07:00

Еңеү менән ҡайтырға яҙһын!

Саодат тигән матур исемле ҡатын менән беҙ редакцияла таныштыҡ – махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарҙың әсәләре менән осрашыу булғайны. Эйе, исеменә һеҙ ҙә иғтибар иттегеҙме?

Еңеү менән ҡайтырға яҙһын!Еңеү менән ҡайтырға яҙһын!
Еңеү менән ҡайтырға яҙһын!

Саодат беҙҙеңсә Сәғәҙәт була инде – ғәрәп теленән «бәхет» тигәнде аңлата. Ҡатын сығышы менән дә икенсе төбәктән, әсәһе башҡорт. Ире менән беҙҙең яҡҡа 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң күсеп ҡайтҡан, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Саодаттың тормош иптәше – хәрби кеше, отставкалағы офицер. Һөнәре буйынса инженер-радиоэлектронсы, Вильнюс ҡалаһында юғары хәрби училищены тамамлаған.

Ир махсус хәрби операцияла «Еңеү» ҡушаматы аҫтында хеҙмәт итә – 2022 йылда мобилизацияға алынған. Уға тиклем Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан була.

Әлеге мәлдә «Еңеү» махсус хәрби операцияла бәйләнеш өсөн яуаплы.

- Ирем хәрби кеше булғас, комиссариатта иҫәптә торҙо. Шуға ла беҙ был хәлдәргә әҙер инек. Нисек булһа ла биш бала атаһы, йәше лә бара, әлбиттә, уның өсөн борсолам, - ти ҡатын.

Саодаттың ғаиләһендә дүрт малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнә. «Еңеү»ҙең беҙгә еңеү менән ҡайтыуын теләйек! Һис шикһеҙ шулай булыр!


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас