Бына бөгөн дә, 17 мартта ул өйҙә тауыш бирҙе. Билдәләнгән ваҡытта 2157-се участка һайлау комиссияһы ағзалары ветеранға күсеп йөрөүсе йәшник менән килде. Тауыш биреү процедураһы тулыһынса үтәлде. Әүхәҙи Батыргәрәй улы үҙ бурысын үтәп, тауыш биреү өсөн махсус йәшниккә бюллетень һалды.
Автор фотоһы һәм видеоһы.