Яҡынса иҫәпләү буйынса, муниципаль районда тәүге ике көндә 62,54 процент кеше тауыш биргән.
"Торатау" гәзите хәбәрсеһе Айһылыу Вахитова ла тауыш биреүҙән ситтә ҡалманы.
- Бөгөн мин адрес буйынса үҙ участкамда (Ишембай нефть колледжы, 2136-сы участок) беренсе булып тауыш бирҙем. Хәҙер районға эш буйынса сығам. Күңел күтәренке, QR билет та алдым, - тип уртаҡлашты ул.
Рөстәм Саварханов фотоһы.