Йәмғиәт
11 Март 2024, 14:00

Ғәҙәти булмаған көн (Юмореска)

Таң менән ауыл халҡын йоҡонан һандуғастарҙың сут-сут килеп һайрауы түгел, еңел машиналарҙың туҡтауһыҙ сигнал биреүе уятты.

Машиналар шундай талапсан итеп пипелдәй, ирекһеҙҙән һәр кем тәҙрәнән тышҡа күҙ һалырға, кәрәкме-кәрәкмәйме урамға сығырға мәжбүр. Сөнки кешеләр ихата алдында күренмәйенсә ул сигналдар туҡталмаясаҡ. Ауыл халҡы был күренешкә күнегеп тә бөткән инде: таң менән алыпһатарҙар килеп еткән икән, тимәк, бөгөн ауылда пенсия таратыласаҡ. Теге машиналы һатыусылар ҡайҙан белеп, ишетеп өлгөрәләр тиң әле, пенсия таратыусыларҙан да алда килеп етәләр.
Машиналар эргәһендә сират теҙелә. Йәнә лә бер сират урта йәштәрҙәге пенсионер апайҙың йорто алдында барлыҡҡа килеүенә иғтибар итеп, шул яҡҡа йүнәләм. Барһам........
Күп уйлап тормай миндә барырға булдым шул халыҡ йыйылған ергә.
Барыһы ла йыйылған бит,ана оста йәшәгән Әсмә менән Мәҙинә ла бында,улар пенсия алмайҙар бит,шулай булғас пенсия таратмайҙар,ә икенсе берәй нимәҙер.
Һай анай хаструш Рәхимгә ни ҡалған инде,ә бынауы оҙон ҡолаҡ Салмане таң менән кеше араһында ни эшләй....
Ысынлап та ни тип йыйылған халыҡ....
Артағыларҙан һораған инем,берҙә белмәйбеҙ,кеше сират баҫҡан беҙҙә торабыҙ тиҙәр.
Алдараҡ бәлки беләләрҙер тип,алға үттем,кешеләр үткәрмәй,сиратында баҫ,ҡайҙа ашыгахын тиҙәр.Ә мин белеп ҡалдым,бында торған халыҡ үҙе лә белмәй ни котканен,шуға батырайып былай тинем:
Иптәштәр,ауылдаштар үткәрегеҙ мине алға,мине көтәләр бит унда,мин машина янына барып етмәйенсә бер нимә лә булмаясаҡ тим....
Халыҡ шундук икегә айырылып мине алға үткәрәләр.
Машина янына барып еттем,ә унда буласаҡ ауыл депутаты һүҙ тота икән,тик уның микрофоны ватыҡ булып сыҡҡан,шуға һөйләгән хәбәрен бер кем дә ишетмәй.
Мин буласаҡ депутатҡа яҡын барҙы дә:
Теләйһегеҙме ошо халыҡ барыһы ла һеҙҙең өсөн тауыш бирһен тип?
Теге:әлбиттә!!!
Мин:улай икән мин һеҙгә ярҙам итәм,тик мин әйткән һәр һүҙҙе ҡеүәтләп тороғоҙ тинем.
Микрофонды ратлап алдым дә:
Хөрмәтле ауылдаштар ошо Фәлән Фәләнович иптәш беҙҙең депутат булам ти,бөгөн барығыҙғала кустанастәр килтергән,аҡсалата ла ярҙам булыр ти,яйлап ҡына үҙ сиратында менән килегеҙ тинем.
Депутат агайзын күҙҙәре шарзай булды,ә бер ни эшләй алмай,әйткән һүҙ атҡан уҡ.
Буласаҡ депутат ағай нисек был хәлдән сыҡҡандыр,миңә уныһы билдәһеҙ,сөнки мин әйтер һүҙемде әйтемдә,депутат иҫенә килгәнсе тиҙ генә шылдым был сираттан.

Автор:ФӘРҒӘТ Ғәлин һәм Лена Шәйәхмәтова
Читайте нас