Һеҙҙе матур яҙғы байрам - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Был көндә беҙ тағы ла бер тапҡыр һеҙгә, яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға - әсәйҙәребеҙгә һәм өләсәйҙәребеҙгә, ҡатындарыбыҙға һәм ҡыҙҙарыбыҙға, апай-һеңлеләребеҙгә һәм коллегаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәт, һөйөү һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Һеҙ матурлыҡты, наҙлылыҡты һәм мәрхәмәтлекте кәүҙәләндерәһегеҙ, беҙҙә ышаныс һәм өмөт уятаһығыҙ, донъяны сағыуыраҡ һәм яҡтыраҡ итәһегеҙ. Һеҙгә ышаныслы йорт усағын булдырғанығыҙ, көндәлек хәстәрлегегеҙ һәм хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Ғаиләгеҙҙе мөхәббәт һәм ихтирам ташламаһын, йортоғоҙҙа һәр ваҡыт муллыҡ һәм йылылыҡ хөкөм һөрһөн. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа булһын, балаларығыҙ тик шатлыҡ ҡына бүләк итһен, ә һеҙҙең йөҙөгөҙҙән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен.
Барығыҙға ла бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйем.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.