Йәмғиәт
2 Март 2024, 07:00

Ғаиләләр ҡыуаныс кисерҙе

Ошо көндәрҙә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ике йәш ғаиләгә фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн социаль түләү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.

Ғаиләләр ҡыуаныс кисерҙеҒаиләләр ҡыуаныс кисерҙе
Ғаиләләр ҡыуаныс кисерҙе

Бындай ярҙамды “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамын күрһәтеү буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарына булышлыҡ итеү” федераль проектында ҡатнашҡан ғаиләләр ала. Программаны федераль бюджет иҫәбенә Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡкоммуналь хужалыҡ министрлығы финанслай. Ярҙамды күп балалы ғаиләләр алды, уларҙың һәр береһендә өсәр бала тәрбиәләнә.

- Ун йыл тиерлек сиратта торҙоҡ, беҙгә шундай бәхет йылмайыр, тип көтмәгәйнек, - тине Александр Татарченков. – Был турала хәбәр иткәс, бик шатландыҡ һәм аптырап ҡалдыҡ. Әлегә ниндәй торлаҡ һатып алыуыбыҙҙы хәл итмәгәнбеҙ.

Икенсе ғаилә 2011 йылда программала ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Был ваҡыт эсендә ир менән ҡатындың өс улдары тыуған. Ғаилә башлығы бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманы, ул бер нисә аҙна элек кенә отпускынан һуң махсус хәрби операцияға юлланған. Нисек кенә булмаһын, был яңылыҡ уға тыуған яҡҡа иҫән ҡайтырға этәргес бирә!


Автор фотоһы.

Автор:Арина Любчикова
Читайте нас