- Махсус хәрби операция башланғас, һеҙҙә
ниндәй уйҙар барлыҡҡа килде?
- Беҙ СССР балалары һәм миңә ситтә ҡалыуы
ауыр булды. Иң беренсе - кемдер илде яҡларға
тейеш тип уйланым. Яңылыҡтарҙы ҡарағанда
йәш егеттәрҙең һәләк булыуын күреп йөрәк
әрнене һәм мин күҙәтеүсе генә булып ҡала алманым. Илебеҙгә файҙам тейер, тип уйланым.
Махсус хәрби операцияға Чечня аша киттем,
шунда спецназ мәктәбен үттем. Кесе сержант
дәрәжәһендә «Әхмәт» подразделениеһына эләктем. Был 2023
йылдың февралендә булды.
- Алғы һыҙыҡта һеҙҙең менән бергә ниндәй ир-егеттәр булды?
- “Әхмәт” подразделениеһы, моғайын, иң күп милләттән торалыр.
Унда чечендар, урыҫтар, ҡалмыҡтар - Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан
кешеләр бар. Улар араһында мин иптәштәр генә түгел, ә туғандар
таптым. Беҙ бер-беребеҙҙе шулай тип атайбыҙ, бергә күпте
кисерҙек. Әле лә көн һайын һөйләшеп торабыҙ. Февраль башында
Луганск йүнәлешендә алғы һыҙыҡта булдым - егеттәргә гуманитар
ярҙам алып барҙыҡ.
Ишембай, Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы дуҫтарыбыҙ һәм
таныштарыбыҙ ярҙамында йылы әйберҙәр, бензобысҡылар,
генераторҙар, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм
башҡа әйберҙәр йыйҙыҡ. Быларҙың барыһын да иптәшемдең микроавтобусында алып барҙыҡ. Юлда саҡ утҡа эләкмәнек. Бәхеткә
күрә, барыһы ла яҡшы тамамланды һәм хәрбиҙәр посылкаларҙы
алды. Һуңғараҡ һалдаттар гуманитар ярҙам йыйыусы кешеләр өсөн
видеосәләмләү ебәрҙе. Ә икенсе көндө видеола булған бер нисә
егет һәләк булды...
- Уҡыусылар һәм йәштәр менән осрашыу ваҡытында уларға
нимә тураһында һөйләйһегеҙ?
- Бөгөн мин 5-се мәктәптә һәм Башҡорт кадет корпусында булдым.
Балаларға тик тыныс күк йөҙө теләйем. Северодонецкта булғанда,
һәр урамдың, бинаның емерелеүен күрҙек. Ҡалаға күҙ йәштәрһеҙ
ҡарап булмай, балалар подвалда йәшәй... (Александр тынып ҡалды
һәм бер аҙҙан һүҙен дауам итте). Ә Ишембайҙа уҡыусыларыбыҙҙың
матур мәктәпкә килеп, дәрестәрҙән һуң тыныс ҡына өйҙәренә
ҡайтып китеүен күреп ҡыуанам - был ҙур бәхет.
- Алғы һыҙыҡта ысынбарлыҡ яңылыҡтарҙа күрһәткәндәренән нимәһе менән айырылыуын күрҙегеҙ?
- Махсус хәрби операцияла барыһын да һөйләргә һәм күрһәтергә
ярамай, тип иҫәпләйем. Кешеләр быға психологик яҡтан әҙер түгел.
Иҫләүе ауыр, ысынлап та. Бынан һуң донъяға икенсе төрлө ҡарай
башлайһың.
- Һеҙ урындағы халыҡ менән аралаштығыҙмы?
- Әлбиттә. Күптәр беҙҙең ғәскәрҙәр килгән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Улар үҙҙәренең нисек йәшәүе хаҡында һөйләне. Урындағы халыҡ
һүҙҙәренсә, уларҙа һуғыш 2014 йылдан алып бара.
- Тыныс тормошҡа ҡайтыуы ауыр булдымы?
- Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кеше йыш ҡына йәнә алғы һыҙыҡҡа
эләгергә теләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың 80
проценты үҙҙәрен шулай тоя, тип уйлайым. Унда минең хәрби
дуҫтарым ҡалды. Шуныһы ҡыҙыҡ: ял иткәндә (ротация ваҡытында
шулай була) барыһы ла икенсе, тыныс шөғөл таба. Мин, мәҫәлән,
электр станцияһын ремонтланым.
- Әгәр мөмкинлек булһа, махсус хәрби операцияға китер
инегеҙме?
- Ауырлыҡтарға һәм йәрәхәттәргә ҡарамаҫтан, яңынан, уйлап тормайынса, китер инем. Ә бөтә яугирҙарыбыҙға тиҙерәк ғаиләләренә,
тыуған йорттарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.
P.S. Геройыбыҙ тәүге гуманитар йөктө бер аҙна элек кенә алып
барһа ла, икенсеһен әҙерләй башлаған да инде. Ярҙам итергә
теләүселәр булғанда, һалдаттарға Башҡортостан халҡынан сәләм
һүҙҙәрен еткереү өсөн, алғы һыҙыҡҡа тағы сығасаҡмын, тип өҫтәне
Александр.