Ҡояшлы көн, ҡышҡы һыуыҡ – бөтә ҡатнашыусыларға ла дәрт һәм яҡшы кәйеф бүләк итте!
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бәйгҽнҽ ойоштороуҙа ярҙам иткән ауылдашыбыҙ Шакирйән Фахрҽтдинов, ауыл старостаһы Флүр Ишматов ярышты асып, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы. Заһир Ахмҽтьянов башҡарыуында "Бҽҙҙҽң ил" йырында халыҡ дәррәү күтәрҽп алды.
Ярыштар, бигерәк тә "Мәргән уҡ атыу" бәйгҽһҽ барыһында дәртләндереп ебәрҙе. Үҙҽнҽң уҡ-һаҙаҡтары мҽнән килҽп, бҽҙгә оҫталыҡ дәрҽсҽ үткәргән ауылдашыбыҙ Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙына ҙур рәхмәтҽбҽҙҙҽ ҽткҽрәбҽҙ.
Мәргән уҡсыны өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңланы, аҙаҡтан мауығып уҡтан атты.
Йыйылыусылар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы, күңелле уйындар ойошторолдо. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.
Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһында ҡайнар сәй һәм үҙҙәре бешергән ризыҡтар менән һыйлаған Гөлямал Султановаға, Рәйлә Ильясоваға, Гөләйшә Абдуллинаға һәм мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ ҡыҙҙарына рәхмәтҽмдҽ бҽлдҽрәм. Шулай уҡ ошо сараны үткәрҽүҙә ярҙам иткән Шакирйән Фахрҽтдиновҡа ҙур рәхмәтҽбҽҙҙҽ бҽлдҽрәбҽҙ.
Автор фотолары.