Йәмғиәт
23 Февраль 2024, 07:00

Ғорурланыр улдарыбыҙ бар

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө

Ғорурланыр улдарыбыҙ барҒорурланыр улдарыбыҙ бар
Ғорурланыр улдарыбыҙ бар

Ватанды һаҡлау – ул закон менән нығытылған бурыс ҡына түгел, ә һәр ир-егеттең мөһим әхлаҡи талабы, илһөйәрлек тойғоһо ла. Был төшөнсәләрҙе кешенең эшендә һәм ҡылығында күрергә була.

Арыҫлан Салауат улы Йосопов 2023 йылдың 30 декабрендә ата-әсәһен, барлыҡ туғандарын ҡыуандырып, армиянан тыуған йортона ҡайтып төшә. Бөгөн ул – беҙҙең ҡунағыбыҙ.

Яҡташыбыҙ Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем ала, 9-сы кластан һуң Ишембай нефть колледжына уҡырға инә. Унда машиналар эшләү технологияһын үҙләштерә. Армияға уҡыуҙан һуң алындыңмы, тигән һорауға, Арыҫлан бик етди яуап бирҙе.

- Өсөнсө курста уҡығанда армияға барырға ҡарар иттем, сөнки һәр нәмә үҙ ваҡытында үтәлергә тейеш. Әлбиттә, ашыҡмай тор, тип өгөтләүселәр ҙә булды. Ләкин мин үҙ
ҡарашымда ныҡ торҙом һәм 2022 йылдың 27 декабрендә хәрби хеҙмәткә алындым, - тип уртаҡлашты егет. – Тәүҙә Шишмә районының Алкино биҫтәһенә эләктем, һуңынан мине Екатеринбургҡа ебәрҙеләр. Унда хәрби частә ярты йыл күнекмәләр үтеп, БТР-82А бронетранспортер операторы һөнәрен үҙләштерҙем.

Арыҫлан Йосопов Екатеринбургта курс тамамлағас, Белгород өлкәһенә мотоуҡсылар ғәскәренә тәғәйенләнә. Һалдаттар урман һыҙатында үҙҙәре окоп ҡаҙа, блиндаж төҙөй, хәрби күнекмәләр үтә һәм сиктә оборона тота. Ошо хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” тигән һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Әлеге мәлдә Арыҫлан Салауат улы “Витязь” машиналар эшләү компанияһында плазма станогында газ киҫеүсе булып эшләй. Уның үҙ тиҫтерҙәренә теләге, әйтер һүҙе лә бар.

- Армияла хеҙмәт итеү, тәү сиратта, үҙ тәжрибәң өсөн кәрәк. Кеше үҙен-үҙе тәрбиәләргә тейеш. Рухи тәрбиә лә мөһим. Тормошта төрлө хәлдәр була. Киҫкен ваҡиғаларҙа үҙеңде генә түгел, ғаиләңде, туғандарыңды яҡлай алырлыҡ хәлдә булмаһаң – һин улар өсөн кем? Шуға мин һәр саҡ армияла хеҙмәт итеү яҡлы.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас