Йәмғиәт
23 Февраль 2024, 04:00

Хөрмәтле ишембайҙар, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм Ҡораллы Көстәрҙең запастағы яугирҙары! Ҡәҙерле армия һәм флот ветерандары!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Ватанға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһөнә әйләнгән геройҙар һәм билдәһеҙ һалдаттарҙың батырлығы, Рәсәй ҡоралының бөйөк еңеүҙәре халҡыбыҙҙың тарихи хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.

23 февралдә беҙ Рәсәй яугирҙарына – Ватаныбыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлаған һәм бөгөнгө көндә лә уны дауам итеүселәргә хөрмәт белдерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль конфликттар ветерандарына, бөгөн ил мәнфәғәтен яҡлап хеҙмәт итеүселәргә, дәүләтебеҙҙең бөтөнлөгөн һәм хәүефһеҙлеген яҡлаусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Һәр Ишембай ғаиләһенә изгелек, бәхет, татыулыҡ һәм именлек, ветерандарға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер, һалдаттарға һәм офицерҙарға уңышлы хеҙмәт теләйем.


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас