Йәмғиәт
22 Февраль 2024, 09:50

Ватанды һаҡлаусылар өсөн көрәк һаптары

“Петровский” ғаиләтәрбиәһенә булышлыҡ итеүүҙәге (элекке Петровскийбалалар йорто) балаларыбөгөнгө көндә махсус хәрбиоперацияла булған яҡташтарғахаттар яҙа, сапер көрәктәреөсөн һаптар эшләй.

Ағалы-ҡустылы Илья, Мирослав
һәм Кирилл Юсиндар дәрестәрҙән
һуң оҫтаханаға килеп технология
уҡытыусыһы етәкселегендә ошо эш
менән мәшғүл.
– Беҙҙә махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәр ҡунаҡта булғайны, – ти технология
уҡытыусыһы Рөстәм Әхмәтйәнов.
– Әңгәмә барышында улар ҡайһы
ваҡыт көрәк һаптарының һыныуына,
ә “запас”тың булмауына зарланды. Беҙ һаптар яһап, уларҙы алғы
һыҙыҡҡа ебәрергә ҡарар иттек. Мин
үҙем Чечняла хеҙмәт иттем һәм сапер көрәгенең алыштырғыһыҙ әйбер
икәнлеген, ә ҡайһы ваҡыт ҡорал итеп
тә ҡулланылыуын беләм. Уның менән
окоптар ҡаҙалар, утын да ҡырҡалар.
Көрәктең оҙонлоғо 50 сантиметр
тәшкил итә, тимәк, уны үлсәү ҡоралы
булараҡ та ҡулланырға мөмкин.
Алғы һыҙыҡта көрәкһеҙ булмай.
Әгәр егеттәр запас һаптар кәрәк тип
әйтһә, уларҙы тағы ла эшләйәсәкбеҙ.
Малайҙар барлығы 30-ҙан ашыу
һап әҙерләгән, бер дәрестә станок
ярҙамында ике-өс әйбер эшләнә.
Үҙәк тәрбиәләнеүселәре уларҙы шымарта, лаклай, һөҙөмтәлә, сәнәғәт
ысулы менән эшләнгәндәрҙән һис
тә айырылмаған һаптар килеп сыға.
Тәрбиәләнеүселәр Маҡар урман
хужалығы биргән ҡарама ағасын
ҡуллана. Рөстәм Әхмәтйәнов әйтеүенсә, ҡарама – ныҡлы ағас, уны
һындырыуы еңел түгел, шуға ла ул
һап эшләү өсөн яҡшы.
Ағас менән эшләү - хеҙмәт
тәрбиәһенең бер өлөшө, малайҙарҙың уны эшкәртеү буйынса
тәжрибәһе бар. Улар элек тә вазалар, хайуан фигураларын эшләгән.
Уҡытыусы изделиеларҙың төрөн
үҙгәртергә тәҡдим иткәс, улар ризалаша. Юсиндарҙың өлкән ағаһы
былтыр ноябрҙә махсус хәрби
операцияға юлланған, һәм балалар, ошолай итеп уға ярҙам итә
алыуҙарына ышана.
Үҙәктең тағы бер тәрбиәләнеүсеһе Илья Лукьяновтың
атаһы махсус хәрби операцияға
үҙ теләге менән киткән. Малай
атаһының ҡайтыуын көтә. Ул да
яугирҙарға гуманитар ярҙам
йыйыуҙа ҡатнаша - атаһына һәм
башҡа һалдаттарға хаттар яҙа.
Балаларҙың бүләктәрен тиҙҙән
гуманитар конвой менән ватанды
һаҡлаусыларға ебәрәсәктәр.

Автор:Михаил Николаев.
Читайте нас