- 23 февралде икенсе төрлөрәк байрам итә торғайныҡ: хәрби хеҙмәттә торғандарҙы, хеҙмәт итеп ҡайтҡандарҙы ҡотлай инек. Бөгөн был – бөтә халыҡ байрамы. Беҙҙең яугирҙар алғы һыҙатта алышҡанда, кемдер техника уйлап сығара һәм эшләй, кемдер өйөндә йә клубта маскировка селтәре үрә, йөн ойоҡ бәйләй. Был кешеләр ҙә – Ватан һаҡсылары! Шуның өсөн дә, ҡәҙерлеләрем минең, барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Уңыштар, иҫәнлек һеҙгә! – тип сәләмләне ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Александр Работяев.
Александр Васильевич махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ – Рөстәм Рәхимов һәм Дамир Ҡасимовтың Батырлыҡ ордендарын уларҙың әсәләре, Райхана Рәхимоваға һәм Гөлтуташ Шәһәбетдиноваға тапшырҙы.
Автор фотолары һәм видеоһы.