Ошо уңайҙан Ҡала мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты башланды. Фойела төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
- Беҙ маскировка селтәрен ноябрь айында үрә башланыҡ. Эште башлап ебәрер өсөн финанс ярҙам кәрәк ине. Минең ҡәйнәм, Сәбилә Ҡорбанғәлиева, беҙгә 20 меңлек бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Бөгөн бында үргән маскировка селтәре - иҫәп буйынса 12-се. Бынан тыш, окоп шәмдәрен әҙерләргә ниәтләйбеҙ, материалдар әҙер, - тип ихлас уртаҡлашты Байғужа ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Әлиә Ҡорбанғәлиева.
Автор фотолары һәм видеоһы.