Сара һигеҙ муниципаль берәмек
- Салауат һәм Стәрлетамаҡ
ҡалалары, Ғафури, Ишембай,
Миәкә, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Стәрлебаш райондары
вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы.
Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Данир Ғәйнуллин, Гөлнур Ҡолһарина,
район хакимиәте башлығы Рөстәм
Рахманғолов һәм башҡа мәртәбәле
ҡунаҡтар ҡатнашты. Форум муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен,
дин әһелдәрен, меценаттарҙы тәжрибә
уртаҡлашыу һәм «Кесе Ватаным - Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуға
ҡағылышлы мөһим темалар буйынса фекер алышыу өсөн бергә йыйҙы.
“Атайсал” - ауыл-ҡалаларҙа тыуып үҫкән
уңышлы кешеләрҙе тыуған төйәгенең
проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеүгә
йүнәлтелгән проект. Һүҙ спорт сараларын
уҙғарыу, ғибәҙәтханалар, һәйкәлдәр һәм
башҡа иҫтәлекле урындар төҙөү, уларҙы
реконструкциялау, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына, мәҙәниәт йорттарына финанс ярҙамы күрһәтеү, парктарҙы,
ял итеү урындарын төҙөкләндереү,
йәнлектәр өсөн приюттар асыу, экологик
проблемаларҙы хәл итеү, шишмәләрҙе,
зыяраттарҙы төҙөкләндереү кеүек акциялар хаҡында бара.
Көндөң тәүге яртыһында эш туғыҙ тематик секцияла алып барылды. Уларҙа
биләмәләр үҫешендәге яңы тенденциялар, яҡташтар ойошмаһы йолаларын
һаҡлау һәм таратыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың
ғаиләләренә ярҙам итеү, рухи-әхлаҡи
һәм ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү
мәсьәләләре ҡаралды.
Форум сиктәрендә “Яңыса уйла.
Территорияларҙы үҫтереүҙә яңы
йүнәлештәр” темаһына стратегик сессия һөҙөмтәле үтте, унда Башҡортостан
Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе
урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.
- Бөгөнгө форум “Атайсал - Ватан
көсө” тип атала. Проекттың әһәмиәтен
тикшерҙек һәм яҡташтарыбыҙҙың бәләкәй ватанына ярҙам итеп, иң юғары
хис-тойғолар кисереүен аңланыҡ. Көс тап
шунан ғибәрәт! – тине үҙ сығышында Урал
Килсенбаев.
“Медиала һәм социаль селтәрҙәрҙә
Ватан көсө” секцияһы ултырышында Башҡортостан Республикаһының
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары
буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары
Марат Ғәзизов журналистарҙы проекттар
хаҡында ғына түгел, улар тирәләй рухи
аура булдырыу тураһында ла мәғлүмәт
бирергә саҡырҙы.
“Атайсалдың төп бурыстарының береһе
- халыҡты дөйөм маҡсат нигеҙендә
берләштереү”, - тип йомғаҡ яһаны секцияны алып барыусы, Граждандар йәмғиәте
институттарын үҫтереү, мәғлүмәт
сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Вәлиев.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре
«Атайсал» проектын нисек яҡтыртыуҙары
тураһында тәжрибәләре менән уртаҡлашты, үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
Мәҫәлән, Ишембай телевидениеһының
башҡорт студияһы редакторы Хәнә
Мәҡсүтова үҙе әҙерләгән проекттары
хаҡында һөйләп үтте.
- Бер йыл эсендә Ишембай телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре 20-нән
артыҡ “Атайсал” тапшырыуын әҙерләп,
эфирға сығарҙы. Иң тәүҙә ошо проектта ҡатнашҡан кешеләрҙең хеҙмәттәре
тураһында сюжет төшөрҙөк, аҙаҡ уларҙы
үҙебеҙҙең студияға саҡырҙыҡ. Ишембай
районында йәшәүселәр генә түгел, бар
республика халҡы “Атайсал” тапшырыуын
йылы ҡабул итә, был турала йөҙәрләгән
комментарийҙар һөйләй. Эште ошо
юҫыҡта артабан да дауам итәсәкбеҙ, -
тине Хәнә Әхмәт ҡыҙы.
“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының интерактив майҙансығында Ишембай телевидениеһы редакторы
Айгөл Яҡупова түңәрәккә
йөрөгән уҡыусылары менән
ҡатнашты. Унда балалар өсөн
оҫталыҡ дәресе үтте. Ишембай ҡыҙҙары, юғалып ҡалмай,
лайыҡлы сығыш яһаны.
“Атайсал. Ватан көсө.
Яҡташтар беҙҙең менән!”
майҙансығында ҡатнашыусылар республика ҡалаларында һәм муниципалитеттарында башҡарылған
аныҡ эштәр тураһында
һөйләне. Беҙҙең район да территорияларҙы
төҙөкләндереү, яугирҙарға
ярҙам, хәйриә акциялары
һәм башҡа төрлө саралар
үткәреү хаҡында матур һәм
бай йөкмәткеле күргәҙмә
ойошторғайны. Әйтеп үтергә
кәрәк, былтыр Ишембай районында “Атайсал” проекты буйынса күп
эштәр тормошҡа ашырылды. Уларҙа
ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Араларында эшҡыуарҙар ҙа, республикала танылыу яулаған шәхестәр ҙә, ябай ауыл
кешеләре лә бар. Яҡташтарҙың барыһын
да кесе Ватанды һөйөү, ауылдаштарыңа,
ерҙәштәреңә ярҙам итеү теләге
берләштерә.
Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте
башлығы Сәлимә Герасименко «Атайсал» проекты буйынса бихисап эштәр
башҡарылыуы хаҡында һөйләп үтте. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән
үк биләмәлә битараф булмаған кешеләр
яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙы
ойошторған.
Бына ике йыл инде Алаҡай ауыл клубында “Алаҡай” территориаль йәмәғәт
үҙидаралығында ҡатнашыусылар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре
эшләй, йөн ойоҡбаш бәйләй. Ауыл халҡы
һәм унда тыуып үҫкәндәр йыйған аҡсаға
парафин, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре,
шулай уҡ хәрбиҙәрҙең заказы буйынса
кәрәкле инструменттар, тимер мейестәр
һатып алғандар. Ошо бәләкәй генә ауыл
халҡы ярҙамы менән төрлө ҙурлыҡтағы 13
маскировка селтәре үрелгән, 140 самаһы
окоп шәме эшләнгән. Тегеү цехында эшләгән ҡатын акция башланғандан
алып бөгөнгәсә маскировка селтәрҙәрен
үреү өсөн материал менән тәьмин итә.
Мәктәп уҡыусылары ла был мөһим эште
аңлап, өлкәндәргә ихлас ярҙамлаша.
Яҡташтарыбыҙға тыуған йорт йылыһын
еткереү өсөн ауыл халҡы ике тапҡыр
туҡмас ҡырҡырға йыйылған.
- Мәҫәлән, Кинйәкәй ауылы мәҙәниәт
йортонда аҡса йыйыу ойошторолдо һәм
ике аҙна эсендә 40 мең һум йыйылды.
Был аҡсаға йылы ойоҡбаштар, эске кейем, башлыҡтар, бирсәткәләр, медикаменттар, балта-сүкештәр, газ плиталары,
гигиена әйберҙәре һатып алынды. Скворчиха халҡы ла ауыл клубына аҙыҡ-түлек,
гигиена әйберҙәре, медикаменттар,
йылы юрғандар килтерәләр. Белем биреү
учреждениеһы ла әүҙем ярҙам итә – посылкалар әҙерләүҙә уҡыусыларҙың атаәсәләре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы
коллективтары ла әүҙем ҡатнаша. Балалар
хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең рухын күтәргән,
уларҙың йөрәктәрен йылытҡан хаттарын
һәм һүрәттәрен һала. Михайловка һәм
Йәшелтау ауылдары, Слободка һәм Торгаска утары халҡы аҡса йыйыуҙа ярҙам
күрһәтә, - тип һөйләне үҙенең сығышында
Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Сара барышында проектта иң әүҙем
ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән
бүләкләнде. Улар араһында Ишембайҙан
“БлагоДарю” ирекмәндәр төркөмө
етәксеһе Әлмира Шәрәфетдинова ла бар
ине. Был төркөм махсус хәрби операция
яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәрен
үреү менән шөғөлләнә.
Форум сиктәрендә “Атайсал» темаһына
күргәҙмә зоналары, урындағы һәм ситтән
килгән етештереүселәрҙең продукцияһы
күргәҙмә-сауҙаһы эшләне. Махсус
хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың,
яугирҙарҙың ғаилә ағзаларының алғы
һыҙыҡтан һәм ҡәҙимге тормоштағы
тулҡынландырғыс портреттары ҡуйылған
баннерҙар иғтибарҙы йәлеп итте. Улар
араһында махсус хәрби операцияла
ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың әсәләренең
һәм ҡатындарының фотоһүрәттәре лә
урын алғайны. “Ватанды һаҡлаусылар”
дәүләт фонды линияһы буйынса хәрби
округта ҡатнашыусыларҙың ғаилә
ағзаларына юрист, психолог һәм Дәүләт
фондының социаль координаторҙары
бушлай консультация ярҙамы күрһәтте.
Фондтың Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт
Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина фонд филиалының
эшмәкәрлеге, уҙғарылған саралар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға
һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә
ярҙам саралары хаҡында һөйләне.
Тыуған яғы сәскә атһын, лайыҡлы тормошта йәшәһен өсөн үҙ өлөшөн индергән
кешеләргә ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр
яңғыраны. Һис шикһеҙ, «Атайсал»дың
киләсәге ҙур. Проект сиктәрендә изге
эштәр дауам итәсәк һәм төрлө төбәктәрҙә
тағы ла меңәрләгән яҡшы эштәр
башҡарыласаҡ.