Йәмғиәт
22 Февраль 2024, 10:50

Һайрандың данлы ҡыҙы

Иң бай ғүмер – уҡытыусы ғүмерелер! Күпме ваҡиғаларҙа, тарихта ҡатнашҡан, нисәмә шәхес тәрбиәләгән, тормошта тура юл ярырғ аөйрәткән кеше ул.

Донъя нескәлектәрен тойорға өндәйем, белем, тәрбиә бирәм, тип,йөҙҙәрсә баланың күңеленә үтеп ингән. Үтеп ингән дә мәңгелеккә уларҙың йөрәгендә урыналған... Киләһе һүҙ шундай уҡытыусыларҙың береһе - иҫ киткес дәртле, тормошто яратыусан, белемле һәм мәҙәниәтле Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы ИҪӘНОВА тураһында.

БЕЛЕМ АЛЫУ ТЕЛӘГЕ КӨСЛӨ БУЛА

Мәрйәм Иҫәнова Маҡар районының Һайран ауылында 1926 йылдың 25 июлендә донъяға килгән. Атаһы – Баймөхәмәт Ғариф улы Насыров, урмансы, урман
ҡарауылсыһы булып эшләй. Әсәһе, Фатиха Йосоп ҡыҙы Насырова, ғүмер буйы колхозға хеҙмәт итә. Мәрйәм апайҙың бер туған ағалары Миңлеғәле һәм Исламғол Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы иҫкә алыуынса, ул саҡта Һайран ауылында башланғыс мәктәп кенә эшләгән була. Ул 4-се кластан һуң, Этҡол ауылы мәктәбендә уҡып, 7-се класты тамамлай.

Мәрйәм апай тап 4-се класты тамамлаған осорҙа Һайранда мәктәп төҙөргә бүрәнә йыя башлайҙар.

- Иҫке мәктәпте боҙоп, яңыһына тотонғайнылар, төҙөлөштө хәстәрләп бүрәнә ташытҡан мәктәп директорын, сәйәси мөғәллим, тип 1937 йылда ҡулға алдылар. Шуның менән был эш тотҡарланды. Мин Этҡол мәктәбен тамамланғанда ла беҙҙең мәктәп төҙөлмәгәйне әле. Артабан да белем алыу теләге ныҡ көслө булды, шуға күрә уҡыуҙы Маҡар мәктәбендә дауам иттем, - тип хәтерләй ул.

Маҡар мәктәбендә 10-сы класты тамамлап, йәш ҡыҙ тыуған ауылына 1943 йылда ҡайта һәм ең һыҙғанып, ауыл балалары, йәштәре менән колхоз эшенә тотона. “Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла Еңеү өсөн!” - тигән лозунг аҫтында көнө-төнө молотилкала иген һуға улар.

- Ауылда эшләрлек кеше лә юҡ: колхозыбыҙ баласағаға һәм ҡарт-ҡороға ғына ҡалды. Беренсенән, Совет власы барлыҡҡа килгәне бирле, “кулак” тип мөһөр һуғып, ауылыбыҙҙың матур ғына йәшәгән кешеләрен һыпырып алып киткәйнеләр. 1937 йылда бер ғәйепһеҙгә 17 кеше “халыҡ дошманы”на әйләнде. Минең буласаҡ
иптәшемдең атаһын да, мәсет манараһына менеп
аҙан әйткәне өсөн, шул саҡта алып киткән булғандар.
Икенсенән, Герман һуғышы башланғас, ауылда ҡалған
кешеләребеҙ, үҫеп кенә килгән егет-ҡыҙҙарыбыҙ
фронтҡа китте, - тип әсенеп һөйләй Мәрйәм апай.

УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ҺӨНӘРЕ ҠАЙҘАН БАШЛАНҒЫС АЛА?

- Колхозда эшләп йөрөгән саҡта мәктәп директоры Сажиҙә апай менән завуч мине эҙләп килеп етте. “Уҡырға барырға уйлайһыңмы?” - тиҙәр. “Эйе, уйлайым, документтарҙы әҙерләйем”, - тинем. “Беҙ һинең ата-әсәйеңдә лә булдыҡ, һөйләштек. Бына хәҙер һиңә килдек. Беҙгә алгебра, геометрия, физика уҡытыусыһы кәрәк. Һин, әйҙә, беҙгә уҡытыусы булып кил. Үҙебеҙ барыһын да өйрәтербеҙ. Ситтән тороп уҡырға инерһең дә, мәктәптә уҡытырға ҡалырһың”, - тинеләр. Үҙҙәре назначение алып ҡайтып, минән уҡытыусы яһап ҡуйҙылар. Һәм мин 33 йыл ошо Һайран мәктәбендә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым”, - ти әңгәмәсем.

Шулай итеп Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы ете йыллыҡ мәктәптә алгебра, геометрия, физика предметтарынан уҡыта башлай. Балалар иҫ киткес күмәк була: улар һәр
өйҙә биштән дә кәм түгел, ҡайһы бер ғаиләләрҙә – ундан ашыу. Һайран мәктәбенә Хажы, Аҙнай, Биксән, Арлар, Иҫкесәк ауылдарынан да уҡыусылар йөрөп уҡый,
уларға балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡушыла.
Уҡыусыларҙың иҫәбе 600-гә етә яҙа, һәр класта 30-40-
ар бала. 1943-1944 йылдарҙа уҡыу әсбаптары, яҙыу
әйберҙәре таба алмай йонсойҙар. Балалар китап
биттәренең аҡ ерҙәренә яҙа. Математиканан таҡтала
иҫәпләп күрһәтмәйенсә булмай, бының өсөн аҡбур
кәрәк. Был проблеманы малайҙар хәл итә: аҡбалсыҡмы,
бурмы – нимә булһа ла табып алып киләләр.
Уҡытыусыларға шул тиклем күмәк бала менән эшләүе
еңелдән булмай. Көндөҙ уҡытһалар, кисен ырҙынға
эшкә сығалар, уның араһында халыҡ йыйылыштарын
үткәрергә кәрәк. Балалар сеансы булһа, унан да тороп
ҡалырға ярамай. Әгәр берәй уҡытыусы шул сараға бармай ҡалһа, икенсе көн директор: “Һеҙ ни эшләп кисә балалар янында булманығыҙ?” - тип ҡаршы ала.
Һайран ете йыллыҡ мәктәбе тора-бара һигеҙ йыллыҡҡа
әйләнә, артабан бында уҡыусылар 10-сы класҡа тиклем уҡый башлай. Ун йыллыҡ мәктәпкә юғары белемлеуҡытыусылар килә.

- Шул уҡ ваҡытта белемемде лә күтәрергә онотманым, эшләгән осорҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамланым. Артабан уҡытыусылар институтына уҡырға индем, ләкин уны тамамлап булманы. Шулай булһа ла, тәжрибәм ҙур, тәүге уҡыусыларымдың балаларын, хатта ейән-ейәнсәрҙәрен уҡыттым. Элекке уҡыусыларым юғары урындарҙа эшләп йөрөй. Яратып иҫкә алалар,
хөрмәт итеп торалар. Ҡайҙан булһа ла видео һалалар,
байрамдар менән ҡотлайҙар. Бөтә ауыл халҡы хәлемде
һорашып сыға, берәй сара булһа, клубҡа, мәктәпкә
машинала алып баралар, - тигән ҡыуанысы менән
уртаҡлаша уҡытыусы. – Бөгөнгө көндә мин – ауылдың иң
оло ағинәйе. Хәҙер дин юлына баҫтым, намаҙ уҡыйым.
Тормошомдан бик тә ҡәнәғәтмен, бәхетлемен.

ҒӘЗИЗ КЕШЕҺЕ ТУРАҺЫНДА

Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы Кәбир Иҫәновҡа 1945 йылда, һуғыш бөткәс, декабрь айында кейәүгә сыға. Кәбир Хәбибрахман улы 1922 йылдың 15 ғинуарында
Һайран ауылында тыуған. Атаһы – мәзин, 1937 йылда репрессиялана, әсәһе йәшләй вафат була.

Кәбир ағай ҙа Маҡар ун йыллыҡ мәктәбен тамамлай,
һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына
уҡырға инә һәм педагог һөнәрен үҙләштереп, тыуған
ауылына ҡайта. Ләкин уны мәктәптә оҙаҡ эшләтмәйҙәр,
Һайран балалар йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр
(1948-1951 йылдар). Унда өс йыл эшләгәндән һуң,
мәктәптә завуч булып эш башлай. Ошо осорҙа колхоз
тарҡала, унан һуң “Алға” промартеле барлыҡҡа килә.
Ауылға партия эшсеһе килеп, халыҡты йыя, һөҙөмтәлә
Кәбир Иҫәновты артелгә рәйес итеп һайлайҙар.
- Уны артелгә рәйес итеп ҡуйыу ауыл халҡы өсөн бик
яҡшы күренеш булды. Ауылдаштары менән һөйләшә,
эшләтә белде. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тауға барып ятып,
йүкә ҡырҡып, һалабаш һалып, өйҙә ҡыш буйы балалары
менән ҡап һуҡты. Ә ирҙәр септә һуҡты, тәгәрмәс, сана
яһаны. Ағастан нимә эшләнә – шуны эшләнеләр. Эш
булғас, аҡса ла табылды, аҡса булғас, халыҡ тағы ла
нығыраҡ дәртләнеп эшләне, - тип иҫкә ала Мәрйәм апай
тормош иптәше тураһында. – Кәбир Яңы йыл алдынан
эш хаҡын барып алғанда аҡсаны сумка менән түгел, ә тоҡ
менән алып ҡайтты. Ҡағыҙ аҡса ла ҙур ине ул ваҡытта.
Банк Петровскийҙа ине. Иҫләйем, Кәбир аҡса алып
ҡайтҡас, ауылда ҙур байрам яһанылар.
Шулай итеп, Һайранда артель алға китә, ул заманда иң
алдынғыларҙың береһе була.

Артель Маҡар урман хужалығына күскәс, Кәбир
Иҫәнов йәнә мәктәпкә завуч булып эшкә ҡайта. Балалар күп, мәктәпкә һыймайҙар. Завуч мәктәп директоры Фәрит Барый улы Хәбиров менән башланғыс кластар
өсөн бина хәстәрләй башлай. Алты мөйөшлө өй һатып
алып, башланғыс класты шунда сығарып ҡарайҙар –
ләкин был проблеманы хәл итмәй. Һәм улар яңы мәктәп
төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Икәүләшеп Өфөгә барып,
Башҡорт АССР-ының мәғариф министры Фатима Мостафинаны саҡырып ҡайталар. Тиҙҙән Фатима Хәмит ҡыҙы Һайранға килә, мәктәптә булып, балаларҙың
уҡығандарын ҡарап сыға. “Урын бар, ярар, яңы мәктәп
төҙөргә рөхсәт итәбеҙ”, - тип ҡайтып китә. Мәктәп бик
күркәм, ҙур, уңайлы килеп сыға.
Кәбир Иҫәнов 1975 йылдан 1982 йылға, хаҡлы
ялға сыҡҡанға тиклем, Һайран ауыл Советы рәйесе
вазифаһын биләй. Ошо осорҙа ул, тәү сиратта, Түбән
яҡҡа күпер эшләтә (әле “Ҡыҙыл күпер” тип атала), артабан кирбестән Көнкүреш йорто һәм магазин һалдырта.
Һуңынан икмәк бешереү цехы төҙөтә – һайрандар үҙҙәре
бешергән икмәкте әйләнешкә ебәрә. Шулай уҡ Кәбир
Хәбибрахман улы хәстәрлеге менән уҡытыусылар өсөн
алты фатир төҙөлә.

КҮҘ НУРЫ – БАЛАЛАРЫ

Мәрйәм һәм Кәбир Иҫәновтар ғаиләһендә барлығы
һигеҙ бала тыуа, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың өсәүһе
бәләкәй саҡтарында уҡ мәрхүм була.

Иң ололары Минзилә әсәһе юлын һайлап, Стәрлетамаҡ
педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып,мәктәптә математиканан, физиканан дәрестәр бирә.
Минебай исемле егеткә тормошҡа сығып, Салауат
ҡалаһына күсеп китә. Ике балаға ғүмер биреп, лайыҡлы
тәрбиәләп үҫтерәләр. Минзилә апай, ҡыҙғанысҡа күрә,
1995 йылда мәрхүмә була.

Иҫәновтарҙың улдары Әмир Өфө нефть университетын тамамлай, армияла өс йыл хеҙмәт итә. Райхана исемле ҡыҙға өйләнеп, нефть һәм газ эше буйынса
юллама менән Арҡауылға эшкә китә. Тәүҙә ул Арҡауыл
(ЛПУ) магистраль газ селтәрҙәренең линиялы производство идаралығының баш инженеры булып эш башлай, артабан ошо уҡ предприятиеның начальнигы булып
тәғәйенләнә. Ҡатыны Райхана Миниәхмәт ҡыҙы математика уҡытыусыһы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улар
Өфөгә йәшәргә күсә.

Уларҙан кесерәктәре - Флүр Иҫәнов. Өс йыл хеҙмәттән һуң, Салауат комбинатына аппаратсы булып эшкә урынлаша һәм шунан хаҡлы ялға китә. Ҡатыны Рәсимә менән Өфө районының Булгаково ауылында йәшәйҙәр, ике
бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Ҡыҙҙары Тәнзилә мәктәптән һуң Өфөлә программисҡа
уҡып сыға. Ул саҡта иҫәпләп сығарыу үҙәктәре бик
үҫешкән була, сөнки иң тәүҙә компьютерҙарҙы тап шул
ойошмаларға килтерәләр. Тәнзилә апай Стәрлетамаҡ
мәғлүмәт-иҫәпләп сығарыу үҙәгендә тәүҙә – программист-оператор, һуңынан инженер-программист вазифаһына тәғәйенләнә. Төрлө йылдарҙа торлаҡ
хужалығы производство тресында, “Агротехснаб” ЯСЙда, райсоветта эшләргә тура килә. Әлеге ваҡтытта Ер кадастры бюроһында ер төҙөлөшө буйынса инженер. Тормош иптәше Миҙхәт менән ике балаға ғүмер биргәндәр.
Иң төпсөктәре – Шамил, Өфө авиация университетын
тамамлай. Армияла шулай уҡ өс йыл хеҙмәт итә. Үҙен
төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай. Әлеге мәлдә – Ишембай
махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһында директорҙың
хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары.

- Шамилдың ҡатыны - киленем Ләйсәндән бик уңдым.
Олоһон да, кесеһен дә йылмайып ҡаршы ала, хөрмәт
итеп һыйлап, ихлас оҙатып ҡала. Үҙе лә миңә йәшләй
генә килде, янымда шундай кеше булғанға бик ҡыуанам.
Барлыҡ балаларыма уңыш юлдаш булһын, шатлыҡ
йылмайһын, - тип һүҙен тамамлай Мәрйәм Баймөхәмәт
ҡыҙы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас