- Ул бала саҡтан илһөйәр булды. Йә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында, йә полицияла хеҙмәт итәсәкмен, тип хыялланды. 17 йәшендә ауылда янған өйҙән зыян күргән ҡатынды алып сыҡты, - тип һүҙ башланы Гөлнара Миңнулла ҡыҙы. – Салауат индустрия колледжында иретеп йәбештереүсегә уҡығандан һуң Свердловск өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Ярты йылдан һуң унда контракт төҙөнө. Шулай итеп, улым өс йыл хеҙмәт итте. Тыуған яҡҡа ҡайтып бер ай ҙа ял итеп өлгөрмәне, илдә дөйөм мобилизация башланды. Ә был ҡалаға китә лә бара, китә лә бара, баҡһаң, военкоматҡа махсус хәрби операцияға барыр өсөн килешеү төҙөргә йөрөгән икән.
Яҡташыбыҙ “Дикий” Шайморатов исемендәге батальонда старшина булып хеҙмәт итә. Тәүҙә водитель итеп алынған була.
- Яңыраҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған Илгиз Хужахмәтов беҙҙең күрше ине, - тип һүҙен дауам итә Гөлнара апай. – Отпускыға ҡайтҡан сағында: “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, кәмемәгеҙ, тик үрсегеҙ”, - тип мине ҡосаҡлап илағайны... Улым да, әсәй, минең өсөн ҡайғырма, тип мине тынысландырып торорға тырыша. Иламайынса буламы ни, тиҙерәк тамамланһын инде был хәрби операция, балалар иҫән-һау йөрөһөндәр.
Автор фотоһы.