Йәмғиәт
16 Февраль 2024, 13:50

Саперға тыныслыҡ юҡ

Сәғит Сабит улы Садиҡов шартлау хәүефе янаған биш меңгәяҡын әйберҙе, өс авиабомбанызарарһыҙландыра, йөҙләгәнкешенең ғүмерен ҡотҡара.Уның үткән юлы һоҡландыра,ғәжәпләндерә.

Олатаһының юлы буйлап
Сәғит Садиҡов сығышы менән
Ҡырмыҫҡалы районынан. Ул бала саҡтан
уҡ хәрби булырға хыяллана. Мәктәпте
тамамлағандан һуң, 1975 йылда,
Төмән юғары хәрби-инженер команда
училищеһына уҡырға инә. Уны лейтенант
дәрәжәһендә тамамлай.
- Ике олатайым да һуғыштан ҡайтманы,
уларҙың береһе сапер булып хеҙмәт
иткән. Етенсе класта үҙемде хәрби эшкә
бағышларға теләүем хаҡында уйлана башланым, - тип һөйләй Сәғит Сабит улы. – Офицер дәрәжәһен алғас
Монголияға киттем - мине тап шунда инженер-сапер взводы командиры
вазифаһына тәғәйенләнеләр. Шул осорҙа
Афғанстанда һуғыш башланды. Ҡыҙыу
нөктәгә ебәреүҙәрен һорап рапорттар
яҙҙым, әммә уларҙы кире ҡаға килделәр,
ебәрергә теләмәнеләр, сөнки мин йәш
белгес тип һаналдым, хәрби өсбәйге буйынса спорт мастерлығына кандидат булдым.
Был ваҡытта Садиҡовтың ике туған ике
ағаһы Афғанстанда була. Уларҙың береһе,
Сәғит Әнүәр улы Ғиззәтуллин менән
әңгәмәсебеҙ Төмән училищеһында хәрби
эш нигеҙҙәрен үҙләштерә. Садиҡовты
Монголиянан Одесса хәрби округына
ебәрәләр, унда рота командиры, һуңынан
танк полкының инженер хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.
“Һуғыш шаңдауы”н
зарарһыҙландыра
1983-1987 йылдарҙа Сәғит Сабит улы
Молдавияла хеҙмәт итә. Унда Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауы һаман да яңғырай
- 40-сы йылдарҙағы снарядтарҙы йыш
зарарһыҙландырырға тура килә. Немецтар сигенгән саҡта предприятиеларҙан
алып туғандар ҡәберлегенә тиклем бөтә
нәмәне миналай. Әңгәмәсем икмәк заводын тергеҙеү мәлендә фашистар бомба һалған граждандарҙың ҡәберлеген
табыуҙарын хәтерләй. Мәйеттәрҙе
тапҡан экскаваторсы ҡурҡып ҡаса, ә ҙур
бомбаны ҡул менән күтәреү мөмкин булмай.
- Мин эшкә тотондом, экскаваторсыны барыһы ла яҡшы
буласағына ышандырҙым, снарядты
зарарһыҙландырҙым, һәм беҙ уны өҫкә
сығарҙыҡ, – тип хәтерләй Сәғит Садиҡов.
Миналарҙы
еҫе буйынса тоя
Яҙмыш Садиҡовты хәрби юлы дауамында һаҡлап йөрөтә - Афғанстанда бер
нисә тапҡыр пулялар яғаһын өҙөп оса,
итектәрен йырта, әммә бер тапҡыр ҙа
етди тейгән осраҡ булмай. Бәлки, уны үҙе
етәкләгән һәм мөмкин булғанса яҡларға
тырышҡан һалдат әсәләренең доғалары
һаҡлағандыр? Садиҡовтың хәрби
хәрәкәттәр ваҡытында юғалтыуҙары булмай. Белемле, хәүефте нескә тоя белгән,
үҙ эшенең оҫтаһы булған Садиҡов тыныс
ерҙә һәм ҡыҙыу нөктәлә шартлау хәүефе
янаған әйберҙәрҙе зарарһыҙландыра.
- Мин миналарҙы еҫе буйынса
тойғанмындыр, тип уйлайым. Тәжрибә
булыуы ҡайһы бер ваҡ-төйәк деталдәрҙән
был участкала нимәлер дөрөҫ түгеллеген
аңларға мөмкинлек бирә ине. Ботаҡ, таш,
үлән, ер – быларҙың барыһы ла дошман
әҙерләгән хәүеф тураһында һөйләй, - ти
Садиҡов.
Кәләше менән
кинотеатрҙа таныша
Молдавияның Флорешты ҡалаһында
ул үҙенең яҙмышын осрата. Бер кис
кинотеатрҙа, үҙенең урынына үткән саҡта,
Сәғит Сабит улы яңғылыш бер ҡыҙҙың
аяғына баҫа. Ғәфү үтенгән арала уның бик
сибәр икәнен күреп өлгөрә. Фильмдың
исемен дә, йөкмәткеһен дә хәтерләмәй,
сөнки экранға түгел, ә залдағы күршеһенә
ҡарай. Сеанстан һуң һөйләшергә була,
әммә ҡыҙ хәрбиҙәр менән танышмауын
белдерә. Сәғит һөнәре буйынса электрик
булыуын әйтә, әммә был да һылыуҡайҙың
иғтибарын йәлеп итмәй.
Һуңыраҡ ҡыҙҙың табип менән
танышырға хыялланыуы асыҡлана - ул үҙе
лә табип булып эшләй. Садиҡовҡа ярты
йыл буйы һөйкөмлө молдаван ҡыҙы Сильвия Николаевнаны уларҙың осрашыуы
осраҡлы түгел икәнлегенә ышандырырға
тура килә. Йәштәр өйләнешә һәм Сильвия ире яҙмышын уртаҡлаша. Уны оҙайлы
дежурстволарҙан көтөп ала, 1987 йылда Афғанстанға китеүен дә ҡабул итә.
Ул ваҡытта Сәғит Сабит улының ике
туған ике ағаһы ла һәләк була, әммә
был әңгәмәсемде туҡтатмай. Чарикар
ҡалаһында уны миналарҙы таҙартҡан
махсус батальон командиры урынбаҫары
итеп тәғәйенләйҙәр, ярты йылдан һуң ул
командир була.
Тереләй ерләнгәндәр
- Беҙгә миналарҙы таҙартырға һәм
үҙебеҙгә бик күп миналар һалырға
тура килде. Мин часта һирәк күренә
торғайным, һәр ваҡыт заданиела,
тауҙарҙа булдым. Арҡабыҙҙа ҙур ауыр
тоҡтар ташыныҡ, уларҙа һәр береһе
бишәр килограмм булған миналар, шулай
уҡ ҡорамалдар, ҡоро паек, - тип хәтерләй
Сәғит Садиҡов. - Йыш ҡына заданиела
ҡалырға тура килә ине, ҡоро паек бөтә,
беҙ үлән сәйнәйбеҙ. Мин үҙемдең ҡул
аҫтымдағыларҙың ғүмере өсөн ҡурҡтым,
улар өсөн яуаплылыҡ тойҙом. Часта
өйрәтелгән эттәр була торғайны. Улар
күп тапҡыр ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалды.
Бер ваҡыт Афған хәрбиҙәре сигенгән
Джелалабад янында эттәр ер менән
ҡапланған блиндаж табып өрә башланылар. Беҙ уны ҡаҙырға булдыҡ. Ер аҫтынан
ҡысҡырыуҙар ишетелде, унан кешеләрҙе
ҡаҙып сығарҙыҡ. Баҡтиһәң, афған
һалдаттары, дошман алдында сигенеп,
хәрби кәңәшселәрҙе тереләй ерләгән, -
тип аңлатты әңгәмәсем.
- Беҙҙең бер эт бар ине, уның бер аяғы
минала шартлап өҙөлгәйне. Афғанстанда
хеҙмәт иткәндән һуң мин Мәскәүҙә Хәрби
академияла уҡыным. Бер ваҡыт ҡатыным
менән урам буйлап йөрөгәндә ҡапыл кемдер арҡама һикереп йыҡты. Баҡтиһәң,
шул уҡ өс аяҡлы эт. Яраланғандан һуң
уны бер подполковник үҙенә алғайны.
Шулай итеп, беҙ уның менән баш ҡалала
осраштыҡ. Эт мине таныны. Мин дә күп
тапҡырҙар хеҙмәттәштәремде ҡотҡарған
иптәшемде күреп шатландым.
1989 йылда Совет ғәскәрҙәре
Афғанстандан сығарыла. Был ваҡиға
алдынан, ғинуар айында, Саланг тоннелен миналарға ҡарар ителә. Был эштә
иптәштәре менән Сәғит Садиҡов та
ҡатнаша. Саперҙарҙы СССР Геройы Валерий Востротин етәкселегендәге 345-се
һауа-десант полкы һаҡлай.
Тыуған көнөнә –
бомбалы автомобиль
Афғанстанда хеҙмәтен тамамлағандан
һуң, Сәғит Сабит улы тағы ла Молдавияға
китә. Ул етәкселек иткән һалдаттар
уның менән айырылырға теләмәй,
командирҙары артынан күсереүҙәрен
һорай, әммә рапорттар кире ҡағыла. 1989
йылдың сентябрендә Сәғит Сабит улы
Мәскәүҙә хәрби-инженер академияһына
уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң
Шишмә районының Алкино ҡасабаһына
ебәрәләр. Унда ул айырым инженер заграждениелары батальоны командиры
була. Шулай итеп Сәғит Садиҡов тыуған
Башҡортостанына ҡайта.
Бында ла саперға тынғылыҡ булмай.
90-сы йылдарҙа бандит төркөмдәре бербереһен ҡорал ярҙамында, шул иҫәптән
машиналарҙы шартлатып, юҡ итә. Сәғит
Садиҡов республикала бындай хәүефте
бөтөрә алған берҙән-бер белгес була.
- Тыуған көндәремдең береһе ялға тура
килде, мин уны ғаиләм менән үткәрәм,
тип шатландым. Әммә таңғы сәғәт дүрттә
милиция хеҙмәткәрҙәре килеп, Өфөлә
миналы автомобиль табылыуы хаҡында
хәбәр итте. Ул ваҡытта бындай хәлдәр
сәйер күренмәй торғайны. Миңә барырға
тура килде, сөнки машина ҡала уртаһында
шартлап, кешеләрҙе яралауы мөмкин
ине. Ул көндө тыуған көнөм шулай үтте, -
ти Сәғит Садиҡов.
Офицер запасҡа китә
Чечняла конфликт башланғас,
Садиҡовҡа йәш, уҡытылмаған һалдаттар
менән хәрби хәрәкәттәр урынына барырға
ҡушалар. Офицер бынан баш тарта, сөнки
Афғанстандағы һуғыш тәжрибәһе яңы
килгән һалдаттарҙы саперлыҡ алымдарына өйрәтеү өсөн ярты йылдан кәм
булмаған ваҡыт кәрәклеген иҫбатлай.
Етәкселекте тыңлау - ул йәш егеттәрҙе
үлемгә хөкөм итеү тигән һүҙ, ул быға юл
ҡуя алмай. Сәғит Садиҡовҡа баҫым башлана, ул һалдаттарҙың ата-әсәләрен
йәлеп итеп йәш егеттәрҙе яҡлап алып
ҡала. Әммә үҙе запасҡа китергә ҡарар
итә.
Садиҡовҡа Ишембайҙа граждандар
оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр
буйынса идаралыҡты етәкләргә тәҡдим
итәләр, ул ризалаша. Шулай итеп, полковник ғаиләһе менән беҙҙең ҡалаға күсенә.
Был вазифаны биләгәндә Садиҡов
ҡалала һәм районда хәүефһеҙлек өсөн
генә яуаплы булып ҡалмай, ә 1-се мәктәпинтернатты кадет корпусына әйләндереү
буйынса ла эш алып бара. 2008 йылда ул
хаҡлы ялға сыға. Сәғит Сабит улы республикала Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ
һәм өсөнсө дәрәжә “СССР Ҡораллы
Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” тигән
өс орденға лайыҡ булған берҙән-бер
кеше.
Шулай уҡ ул “Миналарҙы таҙартҡан
өсөн” миҙалына ла эйә. Ҡыҙы Нелля ла
ғүмерен хәрби эшкә бағышлай, ул Удмуртияла инженер-сапер полкында
өлкән прапорщик була. Ә Сәғит Сабит
улы быйылғы йылдың февраленән -
отставкалағы полковник.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас