Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 06:00

Ул йылдар онотолмай

Мәғлүм булыуынса, 15 февралдә илдә яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Тап 45 йыл элек Совет ғәскәрҙәре Афғанстан Демократик Республикаһы сиген үтә һәм ХХ быуаттың иң оҙайлы һәм ҡан ҡойошло һуғыштарының береһе башлана. Илебеҙҙең 15031 мең һалдаты Афған тауҙарында  ятып ҡала, яугирҙарҙың 53 меңдән ашыуы ҡаты тән яралары ала. Ҡыҙғаныс, бөгөн уттыһыуҙы кисеп ҡайтҡан яугиринтернационалистарҙың сафтары һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.

Ул йылдар онотолмайУл йылдар онотолмай
Ул йылдар онотолмай

Был хаҡта хәтергә алыу нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ уны иҫләргә тейеш. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Афған һуғышы ветераны, Иҫкесәк ауылында тыуып, Көҙән ауылында йәшәүсе Абдулхай Шәрипов.

Яҡташыбыҙ хеҙмәткә 1981 йылда алына, күнекмәләр үткәндән һуң 1982 йылда Афғанстанға эләгә. Уға тиклем разведка мәктәбендә сержанттар бүлеген тамамлай.

- Беҙ Төньяҡ провинцияһының Пули-Хумри ҡалаһына Башҡортостандан дүрт кеше бер полкка эләктек. 201-се мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт иттем. Пулемет-гранатомет взводына командир итеп тәғәйенләнеләр. Оҙатыу ротаһында, хәрби һаҡлауҙа хеҙмәт итергә тура килде. Шул уҡ ваҡытта хәрби операцияларҙа ла ҡатнаштыҡ, - тип уртаҡлаша Абдулхай Әбделғәзиз улы. – Төнгө даими һөжүмдәр булды. Демобилизация алдынан булған хәлде оноторлоҡ түгел - һалдаттар күп ҡырылды. Ул саҡта градоустановка системаһын ҡороу менән шөғөлләнә инек. Миңә, яҙмыш үҙе ярҙам итте, тиһәң дә була. Старшина мине дежурствонан алды, сөнки ауырып киткәйнем... Шулай итеп, 1983 йылдың декабрендә мине был яҡҡа ҡайтарҙылар. Ул саҡтарҙы иҫкә алыуы ныҡ ауыр, мәйеттәрҙе «Урал» машинаһына ташыныҡ... Ошо хәлдән һуң ҡышлаҡтар буйынса үткәндә ныҡ ярһығайным, үҙем дә аңламаным, пулеметтың кнопкаһына баҫҡайным инде. Водителдең,
нимә эшләйһең ул, тип әйткәненә айнып киткән һымаҡ булдым... Һуғыш бит, ә ул саҡта беҙ йәш кенә...

Абдулхай Шәрипов артабан Ишембайҙа милиция бүлегендә эшләй. 2000 йылда Чечняға эш буйынса йүнәлтелә, унда өс ай булып ҡайта. 2002 йылда – Грозныйҙа, 2003 йылда Урус-Мартанда булырға тура килә. Яҡташыбыҙ 2005 йылда хаҡлы ялға китә.

Бөгөнгө көндә Көҙән ауылында ҡатыны Резеда менән донъя көтә, ике ҡыҙы бар – Лилиана һәм Ильнара. Абдулхай Әбделғәзиз улы ил алдындағы бурысы өсөн СССР Юғары Советының Почет грамотаһы, “Рәхмәтле Афған халҡынан”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Йәмәғәт тәртибен һаҡлаған өсөн”, “Кавказда хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.

Бөгөнгө көндә барған хәлдәргә лә битараф түгел.

- Ир-егеттәр бала саҡтан уҡ илһөйәр булып тәрбиәләнергә тейеш. Ватан саҡыра икән, һин уны тыңларға бурыслы, - ти ул.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас