Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 04:00

Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!

15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тула. Был көндә Рәсәй халҡы донъялағы төрлө “ҡыҙыу нөктәләрҙә” дәүләтебеҙ мәнфәғәтен намыҫ менән яҡлаған үҙенең батыр улдарын иҫкә аласаҡ.

Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!

ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы локаль ҡораллы бәрелештәр йөҙҙәрсә мең Совет һәм Рәсәй хәрбиҙәре өсөн һынау осоро булды. Уларҙың 25 меңдән ашыуы ерҙә тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирҙе. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә.

Ҡәҙерле Ватанды һаҡлаусылар!

Һеҙ хәрби бурысығыҙҙы ҙур батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ менән үтәнегеҙ, совет һалдаты тигән исемде намыҫ менән йөрөттөгөҙ. Тыуған ил алдында биргән антығыҙға тоғро булдығыҙ. Сиктәрен һаҡлаған илдәрҙәге халыҡ хәтерендә һеҙ ҡаҡшамаҫ рухлы яугир, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡалдығыҙ. Яугир-интернационалистарҙың, “афған” ветерандарының бөгөнгө көндәлек хеҙмәте, әүҙем һәм яуаплы гражданлыҡ позицияһы, үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн барлыҡ ишембайҙарҙан ҙур рәхмәт белдерәм.

Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, бөтә изге башланғыстарында уңыштар, оҙон ғүмер, тыныс күк йөҙө теләйем.


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фотолар редакция архивынан

Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!
Автор:
Читайте нас