Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 08:00

Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте

Этҡол моделле ауыл китапханаһында "Афғанистан - йөрәк яраһы" тип аталған батырлыҡ сәғәте уҙҙы. Унда Афған һуғышы ветерандары менән бер рәттән локаль бәрелештәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияһы яугиры - "Абу" позывнойлы яҡташыбыҙ ҡатнашты. 

Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үттеЭтҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте

Был сарала Афған һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Ватанға һөйөү, тыуған ил алдындағы изге бурыс, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ төшөнсәләре тураһында һөйләне.

Саҡырылған ҡунаҡтар балаларҙың һорауҙарына яуап биреп, киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы һаҡсылары булыуҙарына ышаныс белдерҙе.

- Геройҙарҙы ситтән эҙләргә түгел, улар һеҙҙең янда. Һеҙ уларға тиңләшеп, өлгө ала алаһығыҙ,- тигән теләген белдерҙе Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов.

Батырлыҡ сәғәте уҡыусыларҙың рухлы, патриотик йыр-шиғырҙары, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.

Сара һуңында интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды.

 

Автор фотолары.

Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Этҡол китапханаһында илһөйәрлек дәрҽсе үтте
Автор:Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас